Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Августа 2020, 11:27

Асҡын төньяҡ баш ҡала буласаҡмы?

#Асҡынрайонына90йылРайон хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихиндың эшмәкәрлеге һәм уй-ниәттәре тураһында түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Марат улы ДИХИН сағыштырмаса күптән түгел генә эш башлауына ҡарамаҫтан, тәүге көндәрҙән үк төбәккә яңы һулыш бирҙе, тип ышаныслы әйтергә була. Әлбиттә, бер генә әңгәмәлә барлыҡ уңыш һәм проблеманы күрһәтеп булмай. Шулай ҙа гәзит уҡыусыларға Асҡын районының бөгөнгө йәшәйешен бәйән итергә тырыштыҡ.

Ришат Марат улы, һеҙ Өфө, Ағиҙел ҡалаларында эшләгәндән һуң, тыуған районығыҙға етәксе булып эшкә ҡайттығыҙ. Эште ниндәй тойғолар менән башланығыҙ?

Халыҡ мәҡәле, сит ерҙә солтан булғансы үҙ ереңдә олтан бул, тиһә лә, Ағиҙел ҡалаһында эшләүе еңелерәк булған икән, тип уйлап ҡуям. Сөнки ундағы халыҡ менән таныш түгел инем. Эш барышында таныштыҡ, ҡытыршы мәлдәр булһа ла һиҙелмәй үтә ине. Ҡыҫҡаһы, маҡсат ҡуйып, тура барҙым. Ситтә эшләгәндә лә тыуған яғымды онотманым, һәр ваҡыт район менән бәйләнештә булдым. Заманында Өфө, Нефтекама, Мәскәү ҡалаларында яҡташтар ассоциацияһы ойоштороу башланғысында йөрөнөм. Шуға күрә бындағы проблемаларҙы ла, уңыштарҙы ла, халыҡтың йәшәйешен дә белә инем. Ошонда тыуып үҫтем, таныштар, туғандар, уҡытыусылар, һабаҡташтар күп. Улар миңә, үҙ кеше, тип ҡарай. Был аҙыраҡ ҡамасаулай: һәр һүҙҙе һаҡ әйтергә кәрәк, күңелдәрен төшөрөп ҡуймайым, ышаныстарын юғалтмайым, тип уйлайым. Ҡаты бәрелерлек урындарҙа ла өндәшмәй ҡалам. Асҡынға ҡайтып эш башлағас, халыҡ, тылсымлы таяғы менән һелтәр ҙә, барлыҡ проблемалар юҡҡа сығыр, тип көткәндәй тойолдо. Тик дотацияла булған районда хәлде тиҙ генә яҡшыртып булмай. Етмәһә, әлеге пандемия осоро ла ауыр үтә. Тик беҙ күңелһеҙлеккә бирелеп ултырмайбыҙ. Эшләргә, алға барырға, районды күтәрергә, тигән маҡсат менән ҡайттым һәм эшләйем.

Нимәһе ҡыҙыҡ: элек атай-әсәйгә йышыраҡ ҡайтып ярҙам итергә, тип хыяллана инем. Тик хәҙер беҙ тағы ла һирәгерәк, эш араһында ғына осрашабыҙ.

Эште нимәнән башланығыҙ?

Район, бында йәшәгән кешеләр менән яҡынданыраҡ танышыуҙан. Тағы ла проблемалы Асҡын – Көнгәк трассаһын рәткә килтереү өсөн документтар юллауҙан. Декабрь айында, ниһайәт, Республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән 306 миллион һум аҡса бүленде. Дүрт йыллыҡ проект ул, әле эш башланды. Урындағы халыҡ: “Был юлды һеҙҙең исем менән йөрөтөрбөҙ инде”, – ти. Әлбиттә, миңә дан да, маҡтау ҙа кәрәкмәй, бары тик үҙ бурысымды атҡарам.

Коронавирус пандемияһы ваҡытында актуаль һорау: районда һаулыҡ һаҡлау буйынса хәл-торош нисек?

Карантин ваҡытында беҙҙә эш һәйбәт ойошторолдо: республика сигендә блок-постар ҡуйылды, килгән-киткән машиналарҙы, кешеләрҙе теркәп барып, тейешле органдарға мәғлүмәт биреп торҙоҡ. Бөгөн 13 – коронавирус, 12 яҡлы пневмония менән ауырыусы теркәлгән, тағы ла һигеҙ кеше үпкә сирле. 2-се балалар баҡсаһы карантинға ябылды. “Танып” шифаханаһы ике аҙналыҡ обсерватор булараҡ эшләй.

Ә, дөйөм алғанда, һаулыҡ һаҡлау бүлеге үҫешә. Минең менән бер осорҙараҡ баш табип булып Артур Ғәйнуллин эш башлағайны, бер йыл эсендә район дауаханаһы тулыһынса цифрлаштырылды. Күптән түгел икенсе “Тиҙ ярҙам” бригадаһы эшләй башланы. Быға тиклем район үҙәгенән алыҫтағы ауылдарға йөрөү проблема тыуҙыра ине. Шулай уҡ 1З уңайлы койка, ике теш кабинеты алынды һәм дауаханаға йылы һыу үткәрелде. Беҙҙең ике айға бер тапҡыр баш табип менән киске обход үткәрә торған матур ғәҙәт бар, ауырыуҙар менән осрашҡанда проблемалар асыҡлана. Үткән йыл ауылдарҙа ике ФАП асылды, быйыл тағы ла өс заявка бирелгән. Ә 2023 йылда район дауаханаһының яңы бинаһы төҙөлә башларға тейеш. Бының өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 400 миллион һумлыҡ грант яҡланыҡ. Проблемаға килгәндә, беҙгә юғары белемле белгестәр етешмәй. Бөгөн район дауаханаһына төрлө йүнәлештәге алты тәбип кәрәк. Студенттар менән осрашабыҙ, эшкә саҡырабыҙ. “Ауыл табибы” программаһы был осраҡта ярҙам итмәй, күп осраҡта йәштәр ҡайтып дәүләттән тейешле аҡсаларҙы, ярҙамды алып, билдәләнгән ваҡытҡа тиклем генә эшләй ҙә, ҡабат ҡырға сығып китә. Шуға күрә бында миҙалдың икенсе яғын да уйларға кәрәк. Шуны билдәләп үткем килә: мин эш башлағандан алып районға төрлө өлкәлә ете белгес эшкә ҡайтты. Быйыл уларҙың һаны тағы ла артыр, улар араһында табиптар ҙа булыр, тип ышанғым килә.

Республика Башлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса күп эш башҡара. Һеҙҙең районда үҙ эшен асырға теләүселәр бармы?

Был йүнәлештә эш бик күп ауырлыҡ менән башланып китте. Социаль селтәрҙәрҙә шәхсән үҙем ултырып, һәр мөрәжәғәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышыуым ярҙам итә. Халыҡ яҙа, кәңәш һорай, тәҡдимдәр индерә. Мин хәҙер ҡайҙа, кем ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәүен беләм. “Инвестиция сәғәте” (эш башлағандан алып районда 55 шундай ултырыш үтте, унда 350-гә яҡын проект ҡаралды) үтә башлағас, уларҙы саҡырып, өйрәтеп, ярҙам итергә теләк белдерҙек. Уларҙың барыһы ла тормошҡа ашмай, әлбиттә: кемдер үҙе баш тарта, кемдекелер конкурстан үтә алмай. Кемгәлер артабан бизнес проекты өҫтөндә эшләргә, нимәнелер үҙгәртергә тәҡдимдәр бирелә.

Уҙған йыл Урмияҙ ауылына Өфөнән йәш ғаилә күсеп ҡайтып, “Турист ожмахы” тип исемләнгән тюбинг, палатка һәм кәмә тегеү буйынса цех асып ебәрҙе. Дүрт эш урыны булдырылды. Быйыл улар эшмәкәрлеген киңәйтеп, тюбинг трассаһы асырға ниәтләй. Ҡарткиҫәк ауылында агростартап гранты буйынса 300 мең һумлыҡ ярҙам менән теген цехы асылғайны. Карантин башланғас, ул бөтә районды битлектәр менән тәьмин итте.

Быйыл да ҡыҙыҡлы проекттар бар. Мәҫәлән, ошо уҡ ауылдан йәш егет йылҡысылыҡты үҫтерергә теләк белдерҙе. Баймаҡ, Әбйәлил, Дәүләкән ҡымыҙын тәмләгән бар. Асҡында етештерелгән ҡымыҙҙы ла тәмләп ҡарарға ине.

Пандемия урындағы туризмды үҫтерергә кәрәклеген иҫбатланы. Был тармаҡ буйынса һеҙҙә ниндәйҙер эштәр алып барырға мөмкинлектәр бармы?

Әлбиттә, беҙҙең районда ла бик матур урындар бар. Төй, Сарс буйҙарының тәбиғәте иҫ киткес. Солтанбәк ауылының тарихы ни тора! “Танып” шифаханаһында шифалы шишмәләр тураһында сит ерҙәрҙә лә беләләр. Шуға күрә туризмды үҫтерергә була, әле был йүнәлештә эште башлап ҡына торабыҙ. Дәүләт комитетына бер нисә проект тәҡдим ителде, уларҙы тормошҡа ашырғанда Асҡынды республикаға ғына түгел, илгә танытырға мөмкин буласаҡ. Шифахана янында аквапарк төҙөргә ниәт бар. Әле һыуын экспертизаға ебәрҙек, ул әҙер булғас пляж эшләп, йорттар төҙөй башларға була. Йыл әйләнәһенә эшләгән балалар шифаханаһы ла буш булмаҫ ине.

Балыҡсылыҡ буйынса проект әҙерләгәнбеҙ – этноауыл төҙөргә ине. Солтанбәк ауылы янында шифалы мәте һәм көкөртлө һыу инеше табылды. Был яҡтарҙа шулай уҡ боронғо ҡәберлектәр, тарихи шәхестәр ерләнгән урындар бар. Әлбиттә, туризмды үҫтереү райондың ғына хәленән килә торған эш түгел, шуға ла республика ярҙамы булыр, тип өмөт итәбеҙ.

Идеялар күп, теләк ҙур, уларҙы ғәмәлгә ашырыр өсөн илһөйәр һәм тырыш белгестәр кәрәк. Әле бер егетте эшкә саҡырҙым, ризалыҡ бирҙе. Уның менән райондың туристик картаһын төҙөп, эшкә тотонор кәрәк.

Етәксе ниндәй генә яҡшы, эшсән булмаһын, бер үҙе әллә ни ҙур эштәр атҡара алмай. Бер бөтөн булып эшләгән команда кәрәк. Һеҙ үҙегеҙ кеүек белгестәрҙән команда туплай алдығыҙмы?

Был – әлеге ваҡытта иң ауыр мәсьәлә. Кешене эштә һынайһың, ә резюме, анкета белгестең потенциалын, һәләтен, оҫталығын аса алмай. Үҙем бик тынғыһыҙ кешемен, урынбаҫарҙарыма минең менән эшләүе лә ауырҙыр, тип уйлайым. Киске ваҡытта ла сығып китәм. Әле район хакимиәтенә алты белгес кәрәк, бигерәк тә социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар урынына талаптар ҙур.

Беҙгә ҡушҡанды көтөп ултырмаған, үҙенең күҙаллауы булған, идеяларын тормошҡа ашырырға дәрте ташып торған кешеләр кәрәк. Үҙ эшен яратҡан профессионалдар. Йәштәр менән эшләүе еңел, әлбиттә, әммә тәжрибәле ағайҙар-апайҙар ҙа кәрәк. Эшкә килергә теләүселәр күп, барыһы ла етәксе булырға теләй. Тик улар аҡса өсөн түгел, ә халыҡ өсөн эшләргә кәрәклеген аңларға тейеш.

Зауыҡлы биләмәләр йылы буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?

Был йыл беҙҙең өсөн район үҙәген тәртипкә килтереү буйынса эштәрҙең башланғысы ғына булып тора. Әле ике урамда асфальт түшәлә. Улар башҡаларға күрһәткес буласаҡ. Унда йәшәүсе халыҡ менән һөйләшелде: беҙҙән – юл, ә улар, үҙ сиратында, йорттарын, ихаталарын тәртиптә тоторға тейеш. Артабан сират башҡа урамдарға ла етер. “Башҡорт ихаталары” проектына ярашлы эштәр ҙә матур бара. Район үҙәгендә арт-объекттар асыла. Көҙгә табан район сигендәге стелалар яңыртыласаҡ. Тағы ла магазиндар бер төрлө биҙәлештә булһын өсөн эш башланды. Баннерҙар район эмблемаһы менән буласаҡ. Сүп-сар һауыттары ла “Районды таҙа тотайыҡ” тигән яҙма менән, бер төҫтә буласаҡ. Көҙ көнө Асҡын ауылының үҙәгендә ҡарт ағастарҙы йығып, йәш үҫентеләр ултыртырға, сәскә клумбалары эшләргә планлаштырылған. Фольклориадаға әҙерлек буйынса район хакимиәте алдында сәхнә ҡуйып, фонтан асып, тротуар эшләтеп, ҙур майҙансыҡ проекты әҙерләнгән. Икенсе йыл ЗАГС бинаһы янында арт-объекттар ҡуйыласаҡ, Еңеү скверы, яр буйы төҙөкләндереләсәк. 23 эскәмйә, велосипед юлы, ике альпинарий планлаштырылған. Алдан әйтеүемсә, был йыл ҙур эштәргә башланғыс ҡына.

Һәр ауылда урамдарҙы рәткә килтереү буйынса биләмә башлыҡтары август айында отчет биреп, беҙҙең белгестәр рейдҡа сығасаҡ. Районда “Йәй төҫтәре” конкурсы иғлан ителде, унда иң матур ойошма, ихата, урам билдәләнәсәк.

Тағы ла бер хыялым бар: беҙҙең Асҡын бай тарихҡа эйә, сиркәү, ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы һәм тағы ла унға яҡын тарихи-мәҙәни ҡомартҡы һаҡланған. Уларҙы билдәләп, документтар әҙерләп, тарихи биләмә булараҡ, федераль грантҡа ойошторолған конкурста ҡатнашып ҡарағы килә.

Бөгөн Асҡын районының иң ҙур проблемаһы...

Һыу һәм юл. Район үҙәге үҫә, яңы урамдар, биҫтәләр барлыҡҡа килә. Халыҡтың хатаһы шунда: йорт төҙөйҙәр, ә һыуға акт эшләтмәйҙәр. Шулай ҙа, кешегә ер бирелеп, төҙөлөш башланған икән, беҙ уларҙы һыу, юл һәм газ менән тәьмин итергә тейешбеҙ.

Ауылдарҙа газ менән дә проблема бар. Әле районға газ үткәреү 37 процентҡа ғына үтәлгән. Документ һәм иҫәпләү эштәре йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. Шулай ҙа Ҡашҡа ауылында зәңгәр яғыулыҡ файҙаланыуға тапшырылды, Билгештә эштәр бара. Бер йылда ике ауыл матур күрһәткес, тип уйлайым. Алдағы йылда тағы ла бер ауылда эш башланасаҡ. Проблема күп, ваҡыт кәрәк, кешеләрҙең үҙ тырышлығы ла, аңлауы ла мөһим роль уйнай. Халыҡ менән осрашҡанда һәр ваҡыт: “Вәғәҙә итмәйем, әммә тырышасаҡмын!” – тип әйтәм һәм тырышам.

Алдағы йылдарға ниндәй уй-ниәттәр, маҡсаттар ҡуйғанһығыҙ?

Маҡсатым – Асҡын ерен барлыҡ республикаға танытыу һәм республиканың төньяҡ баш ҡалаһы кимәленә күтәреү. Был һәр район етәксеһенең маҡсатылыр. Әммә беҙҙең яҡтар баға тиклем нисектер иғтибарҙан, ҙур сараларҙан ситтә ҡала килде. Был ерҙә балыҡсы, танып, ғәйнә ырыуы башҡорттары йәшәй, билдәле шәхестәребеҙ күп. Шуға ла иғтибар яуларға тейешбеҙ.

Былтыр өс ауылда “Балыҡсы ырыуы йыйыны” үтте. Йәштәр өсөн "Балыҡфест" фестивале ойошторолғайны, ул матур йолаға әүерелер, тип ышанам. Халыҡ яйлап үҙ асылына ҡайта. Ә быйыл район үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы ойоштороу эштәре башланды, пандемия тамамланғас, әһәмиәтле саралар үтәсәк. Әле энциклопедия сығарыу өсөн ҡыҙыу эштәр бара. Ҡыҫҡаһы, эшләргә һәм эшләргә!

Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ришат Марат улы. Тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, үҙегеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ!

Гөлнур ҠЫУАТОВА,

Өфө – Асҡын.

Йәшлек” гәзитенән алынды.

Читайте нас