Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Август 2020, 14:05

Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә

#Шәжәрәбайрамы2020#Асҡынрайоны#РеспубликахалыҡижадыүҙәгеУрмияҙ ауылында йәшәүсе уңған, татыу, йыр-моң һөйгән Рәсимә һәм Рәзиф Сафиуллиндар ҙа “Ғаиләм — минең ҡәлғәм” республика ғаилә ижады конкурсында ҡатнаша.

Рәсимә Әхәт ҡыҙы менән Рәзиф Фәйзелхаҡ улының ғаилә ҡороуына 33 йыл ваҡыт үткән. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Сафиуллиндар үҙ ғүмерҙәрен йыр-моңдан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Бөгөн хаҡлы ялда булһалар ҙа, ауылда бер генә мәҙәни сара ла был моңло ғаиләнән башҡа үтмәй. Рәзиф ағай өҙҙөрөп гармунда, баянда ла уйнай, йырлай ҙа, Рәсимә апай менән дә, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр менән дә бергәләп сығыш яһап, байрамдарға йән өрә, йәм өҫтәй. Был музыкаль ғаиләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан “Сәләм” тапшырыуында ла күрһәтәләр.
- Йыр-моңға һөйөү атай-әсәйемдән бирелгәндер. Атайым да, олатайым да оҫта тальянсылар ине. Әсәйем яҡлап та нәҫелебеҙҙә йырсылар күп. Мәҫәлән, танылған композитор Рәүфә Нурмөхәмәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Шәйбәков, Ҡариҙел районы егете, билдәле йырсы Илдар Ғалинуров һәм башҡалар. Әсәйем үҙе лә бик матур итеп йырлай торғайны. Уның "Таң атҡанда" тигән халыҡ йырын башҡарыуы әле лә ҡолағымда сыңлағандай. Беҙ үҙебеҙ ғаиләлә 8 бала үҫтек, барыбыҙ ҙа йырлай, минән башҡа ике ҡустым да гармунда уйнай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер туғаныбыҙ вафат булды. Үҙебеҙҙең балалар ҙа йырларға, бейергә ярата.Төрлө һөнәр эйәләре булһалар ҙа, мәҙәни сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнашалар. Гөлсәсәк ҡыҙыбыҙ Урмияҙ мәҙәниәт йортонда эшләй. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә сәхнәгә тартыла башланы, - тип балаларының уңыштарына һөйөнөүен белдерҙе Рәзиф Фәйзелхаҡ улы.
Рәзиф ағай нәҫел тамырҙарын барлап, атаһы һәм әсәһе яғынан шәжәрәһен дә төҙөй башлаған. Әсәһе яҡлап (Ҡариҙел районынан булған) бөгөнгә 1700 кеше асыҡланған! Был эште ул артабан да дауам итергә, тулыландырырға теләй.
Наилә Имаева.
Читайте нас