Береһенән-береһе һәләтлерәк алты бала тәрбиәләүсе Ләйсән һәм Данис Суфияновтар ауылдаштарын һоҡландырып йәшәй. Бына тигән итеп яңы ҙур йорт һалып сығып, заманса йыһазландырып, тирә-яғын гөл-сәскәгә күмгән. Ауылға йәм өҫтәгән йорттары балаларының шат тауыштарына күмелә. Өлкәндәре Айһылыу - 9-сы, Лилиә – 7-се, Динислам - 4-се, Гүзәл - 3-сө класҡа уҡырға бара быйыл. Бәләкәйҙәре Илмир менән Әминә балалар баҡсаһына йөрөйәсәк.
Суфияновтар дини ҡанундарҙы үтәп йәшәй, балаларын да бәләкәйҙән ошо ҡанундар нигеҙендә тәрбиәләй, спортҡа ылыҡтыра, һәр береһенең һәләтен асыҡлап, уны артабан үҫтерергә тырыша. Ләйсән менән Данис йыл һайын ураҙа тота, мәсеткә йөрөй. Ислам диненең бер терәге булған хаж ғәмәлен дә үтәп ҡайтырға насип булған уларға.
Декрет ялында ултырғанда аш-һыуға оҫта Ләйсән торттар бешереү менән дә мауығып китә, хәҙер иһә заказдар ҙа ҡабул итә. Шулай ҡыҙҙары менән аш-һыу бүлмәһендә бергәләп мәж киләләр.