Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Август 2020, 11:05

Ожмахҡа тиң урын

Ҡышлауйылға ауылы тарихы тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Фәүзәт ҡыҙы Шәйхуллина һөйләне.

Ҡышлау йылғаһының уң яҡ ярына урынлашҡан ауылыбыҙ үҙенең гүзәл тәбиғәте менән генә түгел, эшһөйәр, асыҡ күңелле, талантлы халҡы менән дә айырылып тора. Ҙур төҙөлөш гөрләгән һәм төҙөкләндереү эштәре йылдам барған ауылыбыҙҙаа халыҡ тарафынан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән саралар ҙа йыш уҙғарыла. Ҡышлауйылғалар үҙ ҡулдары менән етеш тормош, муллыҡ, именлек тыуҙырып, матурлыҡҡа ынтылып йәшәй. Халҡыбыҙ тарихты өйрәнә, нәҫел тамырҙарын барлай, легенда һәм риүәйәттәрҙе йыйып, тергеҙә.
Ауыл тарихы
Бирегә тәүҙә Иҫке Ҡаҙансынан килеп, урман ҡырҡып ятҡандар, йылғаны быуып, ҡара урман эсендә мунсала һалғандар. Йылға буйында ҡыуыш яһап, ҡунып, ҡышлап ятҡандар, шуға ла йылғаға “Ҡышлау” тип исем биргәндәр. Урман ҡырҡыусылар һуңынан ғаиләләре менән күсеп килә башлаған, шулай Ҡышлауйылға ауылы барлыҡҡа килә. Иң беренсе булып 1885-1890 йылдарҙа Ғарифулла Миндияров, Суфияр Поворисов килеп төпләнә. 1900 йылдарҙа ауыл ҙурая. 1905 йылда бирегә Мөхмесулла мәзин килә. Ул мәсет һалдыра башлай. Иман йорто 1911 йылда төҙөлөп бөтә. Ошо йылда Шәһеүәли мулла күсеп килә. Халыҡҡа дини белем биреү эшенә тотона. 1921 йылда, Шәһеүәли мулла үлгәс, Фәсхетдин хәҙрәт Сабитов күсеп килә. 1929 йылда ауыл халҡы күмәк хужалыҡҡа берләшә башлай. Ерҙәрҙе эшкәртеү өсөн биш тимер һабан, өс пар тимер тырма биргәндәр.
1929 йылда Ҡышлауйылғала беренсе колхоз төҙөлә башлай. 1930 йылда ауыл халҡының күпселеге колхозға берләшә. 1933 йылда “Сталин” колхозы урып-йыйыуҙа артта ҡалғанлыҡтан, Сталин исеменә тап төшөрәһегеҙ тип, колхоздың исемен “Ударник” тип үҙгәртәләр.
Ауыл Советы тәүҙә 1923 йылда Яңы Ҡаҙансыла төҙөлә, ә 1930 йылда Ҡышлауйылғаға күсерелә. Уның рәйесе Шәрифйән Миндияров була.
1938-1940 йылдарҙа Ҡышлауйылғала колхоздың ике бригадаһы булып, һәр береһендә 70-80 баш егеү аттары аҫрала. Эштәр шулай яйға һалына башлағас ҡына Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ауыл халҡы 122 ир-егетте фронтҡа оҙата, шуларҙың 59-ы яуҙа һәләк була.
Колхозға 1949 йылда— беренсе тәгәрмәсле трактор, 1951-ҙә — автомашина, 1955-тә комбайн алына.
1954 йылда Ҡышлауйылғала башлап Ильич лампалары тоҡана, йорттар радиолаштырыла. Колхозсыларҙың тормош-көнкүреш шарттары яҡшыра, иҡтисад нығына, йыллыҡ килем дә арта. Колхозда 15 трактор, һигеҙ автомашина, ете комбайн иҫәпләнә. Фермала мал һаны арта: 897 баш мөгөҙлө эре мал, шуларҙың 267-һе — һауым һыйыры, 245 сусҡа, 1108 баш тауыҡ. Колхоз менән 1966 йылдан 1971 йылға тиклем Нажия Фәрхуллина етәкселек итә. Артабан 1971-1974 йылдарҙа — Фаил Насибуллин, 1975-1979 йылдарҙа — Дамир Шәисламов, 1979-1983 йылдарҙа — Талип Фәизов, 1983-1997 йылдарҙа Харис Ғәлиев колхоз рәйесе булып эшләй. 1980 йылда Ҡышлауйылғала урта мәктәп асыла. 1988-1989 йылда яңы клуб төҙөлә. 1990 йылда ауылда китапхана һәм ике шәхси магазин асыла.
Алға ышаныслы аҙымдар менән
Ҡышлауйылға йылдан-йыл ҙурая, күркәмләнә, береһенән-береһе матурыраҡ, иркенерәк, зауыҡлыраҡ яңы йорттар төҙөлөүе бында тормоштоң ҡайнап тороуы тураһында һөйләй. Һәр ерҙә урамдар күрһәтелгән яҙыуҙар эленгән, тирә-яҡ таҙа, төҙөк. Ауылда 134 йортта 441 кеше йәшәй. Бирелә клуб, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс магазин эшләй.
Тарихты онотмау, ауылдың бөйөк шәхестәрен ҙурлау ҙа хас ҡышлауйылғаларға. Мәҙәниәт йорто эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған.
“Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел” тип йырланғанса, мәңгелек йортто таҙалыҡта, тәртиптә тотоу ҙа күҙгә күренеп тора, зыярат матур итеп ҡоймалап алынған.
“Танып” шифаханаһы
1960 йылдарҙа Асҡын районы ерҙәрендә Бөрө быраулау эштәре идаралығы үҙенең тикшеренеү-эҙләнеү эштәрен алып бара. Яңы Ҡаҙансы ауылы эргәһендә барған эштәр ваҡытында көслө көкөртлө-водородлы шишмә бәреп сыға башлай. Тыуған ауылына ғаиләһе менән ҡунаҡҡа ҡайтҡан Жәләл Ғүмәров ошо еҫле һәм “Изге шишмә” тип йөрөтөлгән икенсе шишмә һыуын да алып, Екатеринбург ҡалаһына, курортология институты лабораторияһына алып бара. Үҙ аҡсаһына төрлө тикшереүҙәр үткәрә. Һөҙөмтә ҡыуаныслы була, сөнки был һыуҙарға юғары баһа бирелә. Һыуҙың, ысынлап та, шифалы икәнен иҫбатлау өсөн 1965 йылда ағастан ванна эшләп, ҡул-аяҡтары һыҙлауҙан интеккән тормош иптәше Наилә апайҙа һынап ҡарай. Уның һыҙланыуҙары баҫыла. Был хәлде инициативалы колхоз рәйесе Нажия апай Фәрхуллина ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Яйы сыҡҡас, Жәләл Ғүмәров тәҡдиме менән Нажия апай 1965 йылда пансионатлы шифахана төҙөтә башлай. Был башланғысты партияның район комитеты һәм район Советы хуплап сыға. Профсоюздың өлкә комитеты ике йорт һәм ашхана төҙөтә. Тырыш эшселәр ике йыл эсендә колхоз шифаханаһын төҙөп бөтә. 1967 йылдың 20 июнендә был объект файҙаланыуға тапшырыла. Шифаханала ете меңдән артыҡ ауырыу кеше сәләмәтлеген нығыта. Колхоз таралғас, шифахана ябыла.
2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың шифахананы яңынан тергеҙеү тураһында Указы сыға. 2005 йылда беренсе ял итеүселәр, дауаланыусылар ҡабул ителә. Шифаханаға “Танып” исеме бирелә. Бөгөн “Танып” республикала иң уңышлы эшләгән шифаханаларҙан һанала.
Иман йорто — ауыл ҡото
Халыҡ был тантананы тиҫтә йылдар көттө. Күмәк көс менән башланған изге эштең һөҙөмтәһе үткән йыл 16 августа “Ихлас” мәсете тантаналы асылды. Ҡышлауйылғаларҙың шатлығын уртаҡлашырға рәсми вәкилдәр, күрше-тирә ауыл халҡы, райондың һәм күрше райондарҙың дин әһелдәре килде. Мәсет асылыу төбәктә рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, халыҡты, айырыуса йәштәрҙе иманлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Йома намаҙҙары, дини байрамдар, исем ҡуштырыу, никах уҡыу изге йортта башҡарыла.
Ауыл йәме — яңы мәктәп
Ауылда 60 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән 120 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы мәктәп төҙөлөүгә лә халыҡтың ҡыуанысы сикһеҙ. “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” программаһы сиктәрендә төҙөлгән белем усағы төҙөлөшө тамамланды. Бина бөгөн ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Мәктәп биләмәһендә иркен спорт майҙансығы ла бар. Белем усағында Ҡышлауйылғанан тыш, Яңы Ҡаҙансы, Олойылға, Баҙансат, Яңы Мутабаш ауылдарынан балалар килеп уҡый. Әйткәндәй, 1 сентябрҙә яңы мәктәп рәсми рәүештә тантаналы асыласаҡ. Белем көнөндә 90 бала мәктәп ишеген асып инәсәк. Уҡыусыларға юғары һәм урта махсус белемле, тәжрибәле 20 уҡытыусы (филиалдар менән бергә) белем бирәсәк.

– 1977 йылда асылған мәктәп күп кенә талаптарға яуап бирмәй ине, балалар ике сменала уҡырға мәжбүр булды. Тар, ҡараңғы һәм һалҡын бүлмәләрҙе хәҙер иркен, йылы, заманса кабинеттар алмаштырҙы. Яңы мәктәптә медицина пункты, спорт залы, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү өсөн айырым бүлмәләр, тамаша залы эшләй. Хәҙер уҡыусыларға рәхәтләнеп белем алыу өсөн уңайлы шарттар булдырылды, йылы бәҙрәф тә бар, – тине мәктәп директоры Азат Фәйзуллин.

Мәктәп, клуб, почта бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазиндар, мәсет булғас, ауылдың киләсәге яҡты булырына ышаныс бар.
Наилә Имаева.

Читайте нас