Президент Владимир Путин Пермь крайында губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Махонин менән видеоконференция режимында эш осрашыуы үткәрҙе.#ВладимирПутин
Президент Владимир Путин Пермь крайында губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Дмитрий Махонин менән видеоконференция режимында эш осрашыуы үткәрҙе.
Пермь крайы Рәсәйҙә ҙур сәнәғәт үҙәктәренең береһе һанала. Бының өсөн Дмитрий Николаевич Владимир Путинға рәхмәтен еткерҙе. Губернатор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймауҙарын, сирлеләр һаны буйынса 75 урында тороуҙарын белдерҙе.
– Хәҙер үҙизоляция режимынан сығабыҙ инде, медицина учреждениеларының планлы эшенә күсәбеҙ, улар тар йүнәлешле белгестәр ҡабул итә, консультациялар бирә башлаясаҡ. План буйынса операцияларға һәм, әлбиттә, күмәк вакцинацияға әҙерләнәбеҙ, – тип һөйләне ул.