Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Август 2020, 07:07

Юғалған 11 йәшлек малай табылған

Өфөлә бынан бер нисә көн алдан сығып китеп юғалған 11 йәшлек Рәмил Волжанинды эҙләү туҡтатылған.

“Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, малай табылған, бәхеткә күрә, ул иҫән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: малай 10 августа уҡ ғәйеп булғайны, шулай уҡ уның медицина ярҙамына мохтажлығы ла мәғлүм ине. Бәләкәй малайҙың аҙна буйы ҡайҙа йөрөүе нимә эшләүе һәм уның һаулығы торошо тураһында билдәле түгел.
Фото;горобзор.ру
Автор: Миләүшә Сайтакова
  • Читайте нас