

49 йыл бер-береһенә терәк-таяныс булып, бер-береһен һөйөп һәм хөрмәт итеп ғүмер итеүсе Мәмдүнә апай менән Зөлфәҡәр ағай Ғафуръяновтар үҙҙәренең әүҙемлеге, ижади ҡарашы, дәрт-дарманы менән беҙҙе һоҡландырып ҡына тора. Күптән түгел генә был һоҡланғыс, татыу, бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған пар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән дә бүләкләнгәйне.
Ижади ғаиләләр араһында “Ғаиләм-ҡәлғәм” конкурсы иғлан ителгәс, улар беренселәрҙән булып, конкурс положениеһына ярашлы, видеоматериалдар әҙерләп ебәрә.
Ҡыр-Танып ырыуы вәкиле Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы күптән инде атаһы һәм әсәһе яғынан нәҫел тамырҙарын барлап, 14-се быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөгән, ырыу тарихын өйрәнгән. Оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй ата-бабаларҙан, өләсәйҙәрҙән ҡалған ҡомартҡыларҙы ла тергеҙеп, ҡәҙерләп һаҡлай. Мәҫәлән, 200 йыллыҡ тарихы булған күлдәге һәм уҡалы камзулы ғына ни тора! Был кейемдәр боронғолоғо, үҙенсәлекле тегелеше менән күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, биҙәлеше менән һоҡландыра. Һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул! Мәҫәлән, камзул Мәмдүнә апайға бишенсе быуынға сығып ҡарт-ҡарт өләсәһе Хәжәр ағинәйҙән изге ҡомартҡы итеп тапшырылған. Күҙ алдына килтерәйек: Мәмдүнә апай, уның әсәһе Кәримә, уның әсәһе Хәтимә, уның әсәһе Фатима, уның әсәһе Хәжәр.


Был ижади ғаиләнең конкурс материалдары менән түбәндәге видеоны ҡарап таныша алаһығыҙ.
Наилә Имаева.