Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Август 2020, 13:45

Быйыл бәшмәк тә уңған!

Солтанбәк ауылында йәшәүсе йүнсел, уңған ғаилә Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтар бәшмәкле урындарҙы белә.

Еләк-емеш, бәшмәк йыйырға яратыусылар өсөн быйылғы йәй бигерәк тә уңышлы булды. Әле генә еләк йыйып эшкәртһәк, бына бәшмәк осоро ла етте. Урманда уның ниндәйе генә юҡ! Кемдер уларҙы йыйып, байтаҡ табыш алһа, икенселәр телеңде йоторлоҡ тәмле ризыҡтар әҙерләй. Солтанбәк ауылында йәшәүсе Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтар ҙа бәшмәк йыйырға ярата. Аш-һыуға оҫта Розалия Марат ҡыҙы ғаиләһе менән бергә бәшмәктән тәмле ризыҡтар әҙерләй, ҡышҡылыҡҡа туңдырып та ҡуя.

- Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тип, белеп әйткән боронғолар. Быйыл йәй шул тиклем уңышлы булды. Ялан-ҡырҙарҙан, урмандарҙан ниндәй генә еләк-емеш, дарыу үләне йыйманыҡ! Тәбиғәт ҡосағында йөрөү үҙе тәнгә сихәт, көс бирә, өҫтәүенә еләк-емешен дә йыйһаң, үҙеңә күпме һый-ниғмәт була! Бына бөгөн дә урманға барып, күп итеп бәшмәк йыйып ҡайттыҡ. Урман гөжләп тора, кеше күп. Ауылдаштарымдың уңғанлығына ла һөйөнөп ҡайттым. Ямғырлы көн, тип тормай, һәр көндөң ҡәҙерен белеп, тәбиғәт биргәнде йыйып эш итергә, етеш мул йәшәргә тырыша.

Наилә Имаева.

Читайте нас