– Үткән аҙнала республика юлдарында 88 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа 109 кеше йәрәхәтләнде һәм 17 кешенең ғүмере өҙөлдө. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, дөйөм авариялар һаны 249-ға, ә йәрәхәтләнгәндәр 454 кешегә кәмеһә, һәләк булғандар һаны тигеҙләште. Йыл башынан аварияларҙа 262 кеше үлде, – тине ул.
Иң аяныслыһы, аварияларҙың күпселеген эскән водителдәр яһай. Башҡортостан Башлығы йөкләмәһе буйынса, уларға ҡаршы ныҡлы көрәш асылды. Шул мәлдән алып (июнь аҙағынан), ЮХХДИ менән берлектә үткәрелгән рейдтарҙа 2750 иҫерек водитель тотолған. Уларҙың 320-һе был аҙнала һәм 194 кеше ял көндәрендә генә. Әйткәндәй, кисә иҫерек ир арҡаһында Өфө – Ырымбур юлында дүрт йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө.
Аварияларға бәйле тағы бер күңелһеҙ хәл – уҙған аҙнала Өфөлә маршрут автобусы кешене тапатып үлтергән. Был хәл буйынса әле тикшереү бара.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар һәм һыуға батыуҙар тураһында һөйләне. Башҡортостанда теркәлгән 109 янғында ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Шулай булһа ла, кешеләрҙең янғындарҙа үлеү осраҡтары былтырғы менән сағыштырғанда 18 процентҡа кәмегән. Ә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама 14 августа Туймазы районында йәшәгән ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған. Дөйөм алғанда, ул ҡулайлама йыл башынан 410 ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.
Һыу ятҡылыҡтарында ла көндәрҙең һалҡынайтыуына ҡарамай бәхетһеҙ осраҡтар бөтмәй. Үткән аҙнала ике кешенең һыуға батып үлеүе теркәлгән.
Аҙна эсендә урманға киткән 37 кеше юғалған. Уларҙың бөтәһен дә тапҡандар.