Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Август 2020, 06:48

Ирәмәлдә - экологик акция

15 августа Ирәмәлдә экологик акция үтәсәк.

Волонтерҙар Николаевка, Байһаҡал, Төлөк, Яңы Хөсәйен ауылдары яғынан тауҙың түбәһенә илткән һуҡмаҡты сүп-сарҙан таҙартасаҡ. Сараны ойоштороусылар туристарға сүпте алып китеү кәрәклеге тураһында иҫкәрткән билдәләр ҡуясаҡ.
Экологик акцияны Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы һәм #ЙәшелБашҡортостан хәрәкәте ойоштора.
Йыйыштырыу өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар өмә урынында таратыласаҡ. Сара иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Йыйылыу урыны Белорет районының Николаевка ауылы, Үҙәк урамы, 69-сы йорт эргәһендә.
Теркәлеү WhatsApp аша: 8927 969-44-94, Илнур.
Фото: Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Автор: Лилия Нуретдинова
  • Читайте нас