Йәнтөйәк
+5 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Новости
10 Августа 2020, 11:40

НИСЕК ШӘЖӘРӘ ТӨҘӨРГӘ?

Был турала түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Был эш менән шөғөлләнергә теләүселәргә иң тәүҙә уны ғаилә архивынан башларға кәрәк. Һәр ғаиләлә “архив” бар: йә фотоальбомдар, йә хәрби билет, йәиһә башҡа иҫке документтар, шулай уҡ әбей-бабайҙарҙың тыуыу йәки үлеү тураһындағы таныҡлыҡтары, хеҙмәт кенәгәләре лә һаҡланырға мөмкин. Иҫән-һау йәшәгән оло йәштәге туған-тыумасалар ҙа ғаиләнең йәнле тарихы. Уларҙан һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кешенең исем-шәрифен, тыуған йылын, ғаилә хәлен, шөғөлдәрен белеп була.
Ғаиләнән ҡала ауыл ерендә нәҫел шәжәрәһе төҙөгәндә файҙалана торған тағы бер сығанаҡ — ауыл Советтарында һаҡлана торған хужалыҡ кенәгәләре (похозяйственные книги). Бында ғаилә составы, уларҙың туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, ғаилә ағзаларының нисә йәштә булыуҙары яҙылған. Күп ауылдарҙың 1940 йылғы, ә ҡайһы берҙәренең 1936-1939 йылдарҙағы хужалыҡ кенәгәләре һаҡланған.
3-сө сығанаҡ — метрика кенәгәләре. 1828 йылда батша муллаларға мәхәллә кешеләренең гражданлыҡ хәле акттарын теркәү тураһында указ сығара һәм күп муллалар 1829 йылдан метрика кенәгәләрен тултыра башлаған. Уларҙа тыуыусылар, никахлашыусылар, айырылышыусылар, үлеүселәр һаны яҙылған, шулай уҡ баланың атаһы, олатай-өләсәһенең исемдәре яҙылған, ә ҡайһы бер муллалар фамилияһын да яҙған. Сиркәүҙәргә иһә метрика тултырыу элегерәк башланған. Артабан был эш ЗАГС бүлектәренә бирелгән. Унда 1929 йылдарҙан тыуыу, үлеү, никах тураһында мәғлүмәт бар. Унда был мәғлүмәт электрон вариантта һаҡлана. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән күп һорауҙарға яуап табып була.
4-се сығанаҡ — “ревизские сказки” (рәүиз яҙмалары) — халыҡ һанын алыу кенәгәләре. 1716 йылдан 1858 йылға тиклем ун ревизия үткәрелгән (1716, 1745, 1762, 1782, 1795, 1812, 1816, 1834, 1851, 1858 йылдарҙа). Шулай уҡ 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу­ҙың да әһәмиәте ҙур.
Шәжәрәңде барлау, ата-бабаларыңдың кем булғанын белергә ынтылыу айырыуса беҙҙең башҡорт халҡына хас. Ошоно күҙ уңында тотоп, былтыр көҙ көнө Милли музейҙа булдырылған Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарафынан республикала уникаль эш тормошҡа ашырыла башланы.
“Башархив” (башархив.рф) проекты тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостан халҡына бер быуат элекке – 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлү­мәт­тәренә юл асты. Интернетта һанлаштырылған 5740 ҡим­мәтле документты һәр кем ҡарай ала. Хәҙер быны баш­ҡарыр өсөн архивҡа барырға кәрәкмәй, ә компьютер йә башҡа гаджет аша юғарылағы порталға инергә генә кәрәк.
Ә йөҙ йыл әүәл булған был иҫәп алыуҙағы һәр крәҫтиән ғаиләһенә (ихатаһына) тулты­рылған бындай карточкалар Рәсәй Федерацияһының биш төбәгендә генә һаҡланып ҡал­ған! Уларҙа хужалыҡ һаны; ғаилә хәле; милләте; мал төрө һәм һаны; культуралар төрө буйынса сәсеүлектәр, көтөүлектәр һәм дөйөм ер майҙаны; ер биләү, ерҙән файҙаланыу һәм ерҙе ҡуртымға биреү майҙандары күләме; ауыл хужалығы ҡора­малдарының, сәнәғәт, сауҙа биналарының булыуы-булмауы теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, респуб­ликабыҙҙың Милли архивында 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре Өфө губернаһының биш – Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәре буйынса ғына һаҡланып ҡалған. Башҡортос­тандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығышы буйынса документтар архивта юҡ, сөнки был биләмәләр (хәҙерге Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Учалы, Хәйбулла райондары) Ырымбур губер­наһына ҡараған. Өфө ҡала­һында иҫәп алыу уҙғарылмаған, ҡалалар буйынса 1923 йылғы архив мәғлүмәттәре бар, әммә улар әле һанлаштырылмаған. Йәмғеһе 19 муниципаль берәмек буйынса белешмәләр юҡ. Ә ҡал­ған 44 район халҡы “Башархив” порталына инеп, үҙе тураһында мәғлүмәт эҙләй ала.
Әгәр ҙә 1917 йылдарҙағы нәҫел-нәсәбегеҙ хаҡында бер нәмә лә таба алмаһағыҙ, рес­публиканың Милли архивында XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡараған бик күп документ һаҡлана. Тимәк, һәр кем туғанлыҡ тамырҙарын барлап, шәжәрәһен төҙөй ала.
Читайте нас