Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Августа 2020, 16:53

Светофор көнөн билдәләйҙәр

Бөгөн, 5 августа, Халыҡ-ара светофор көнө уңайынан Асҡын ауылындағы балалар баҡсаларында тематик саралар үтте.

Район үҙәгендәге балалар баҡсаларында Халыҡ-ара светофор көнө уңайынан бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы саралар әҙерләп үткәрәләр.

Тематик занятие ваҡытында кескәйҙәр светофор тураһында бик күп мәғлүмәт алып ҡына ҡалмай, ә Светофор әйткән йомаҡтарҙы ла сисә, төрлө уйындар уйнай. Шаҡмаҡтарҙан дөрөҫ итеп төҫтәрҙе ҡуйып светофор теҙгәндә, белемдәрен дә, иғтибарлы булыуҙарын да һынап ҡарайҙар. Бәләкәстәр юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныша, нисек итеп юл аша дөрөҫ сығырға өйрәнә, балалар баҡсаһына килгән маршруттағы светофорҙарҙы иҫкә төшөрә. Тәрбиәселәр ата-әсәләргә лә файҙалы иҫкәрмәләр әҙерләй. Сара бик күңелле һәм файҙалы үтә.

Наилә Имаева.

Читайте нас