

Сарала район хакимиәте башлығының агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары, бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илнур Иғдиев, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтихов, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Сәлимов һәм район клуб-китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә байрам программаһы, уның сиктәрендә үтәсәк конкурстар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, байрамды мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу хаҡында һөйләшелде. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы асҡындарҙы тыңлап, үҙенең аныҡ тәҡдимдәрен, шәп идеяларын, эшлекле кәңәштәрен еткерҙе.


Наилә Имаева.
автор фотолары.