Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Август 2020, 12:10

Асҡында Шәжәрә байрамы үтәсәк

Бөгөн Асҡын районы хакимиәтендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ҡатнашлығында республика Шәжәрә байрамына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.#Шәжәрәбайрамы #Асҡынрайоны #Республикахалыҡижадыүҙәге Сарала район хакимиәте башлығының агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары, бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илнур Иғдиев, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтихов, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Сәлимов һәм район клуб-китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.Кәңәшмәлә байрам программаһы, уның сиктәрендә үтәсәк конкурстар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, байрамды мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу хаҡында һөйләшелде. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы асҡындарҙы тыңлап, үҙенең аныҡ тәҡдимдәрен, шәп идеяларын, эшлекле кәңәштәрен еткерҙе. Шәжәрә байрамы программаһына "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары" темаһына фәнни-ғәмәли конференция, шәжәрәләр, халыҡ кәсептәре, нәҫел ағасы темаһына балалар һүрәттәре күргәҙмәләре, "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" республика конкурсының гала-концерты ингән. Халыҡ байрамы сиктәрендә шулай уҡ үҙенең шәжәрәһен төҙөүселәр араһында конкурс ойошторола. Унда теләгән һәр кеше, шулай уҡ студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 20 авгусҡа тиклем ойоштороу комитетының gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына "Шәжәрә байрамы 2020" билдәһе менән ебәрергә кәрәк.Наилә Имаева.Автор фотолары.

Бөгөн Асҡын районы хакимиәтендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина ҡатнашлығында республика Шәжәрә байрамына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

#Шәжәрәбайрамы #Асҡынрайоны #Республикахалыҡижадыүҙәге

Сарала район хакимиәте башлығының агросәнәғәт комплексы буйынса урынбаҫары, бөгөн район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илнур Иғдиев, район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Фәтихов, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Альфред Хәжимуллин, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ғәниева, Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Риваль Сәлимов һәм район клуб-китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә байрам программаһы, уның сиктәрендә үтәсәк конкурстар, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, байрамды мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу хаҡында һөйләшелде. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы асҡындарҙы тыңлап, үҙенең аныҡ тәҡдимдәрен, шәп идеяларын, эшлекле кәңәштәрен еткерҙе.

Шәжәрә байрамы программаһына "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары" темаһына фәнни-ғәмәли конференция, шәжәрәләр, халыҡ кәсептәре, нәҫел ағасы темаһына балалар һүрәттәре күргәҙмәләре, "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" республика конкурсының гала-концерты ингән. Халыҡ байрамы сиктәрендә шулай уҡ үҙенең шәжәрәһен төҙөүселәр араһында конкурс ойошторола. Унда теләгән һәр кеше, шулай уҡ студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 20 авгусҡа тиклем ойоштороу комитетының gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына "Шәжәрә байрамы 2020" билдәһе менән ебәрергә кәрәк.

Наилә Имаева.

Автор фотолары.

Читайте нас