– Иң яҡшы ужым уңышын Саҡмағош районының “Базы” хужалығы бирҙе, бында 44,3 центр иген йыйылды. Бүздәк районында гектарынан 41,4 центнер, Туймазыла – 37,6 центнер йыйылды. Был һөҙөмтә технологиялар, элиталы орлоҡтар һәм ашламалар ҡулланылған хужалыҡтарҙа. Миҫал өсөн, Ставрополдә уртаса уңыш 26 центнер тәшкил итһә, Кубандә – 50 центнер, – тине ул. – Киләһе аҙнанан ашламалар, элиталы орлоҡтар ҡулланыуҙың уңышҡа бәйлелеген сағыштырып статистика алып бара башлаясаҡбыҙ.
Ужымға сәсеү – иген етештереүҙең валын арттырыуҙың төп резервы, шуға күрә киләсәктә ужым культураларын сәсеүҙе 500 мең гектарға тиклем арттырырға йыйыналар. Былтыр миҫал өсөн 363 мең гектар сәселгәйне. “Әлбиттә, ужымдың һәләк булыу хәүефе бар, тик дөрөҫ технологиялар ҡулланғанда, ул кәмей. Ә ҡыштар дөйөм алғанда йылыраҡ була башланы”, – тине вице-премьер.
Быйыл дөйөм алғанда 1,8 миллион гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген, 335 мең тонна майлы культуралар, 30 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынасаҡ. Норма буйынса, уңыш йыйыу 25 көндән ашмаҫҡа тейеш. Тик бының өсөн техника кәрәк, уларҙы һатып алыу әле дауам итә. Тағы 1200 комбайнға зарурлыҡ бар.
25 район яҙ көнө сәселгән уңышты йыя башланы, уларҙың уртаса уңышлығы гектарына 26 центнер тәшкил итә (былтыр 23,5 центнер булған).
– Ике аҙна ярым торған аномаль эҫелек уңыш йыйыуға бер аҙ ҡамасауланы, тик 2010 йылды ҡабатлау булмаясаҡ. Ашламалар индереү һәм элиталы орлоҡтар үҙ эшен эшләне. Хәҙер икенсе проблема бар – ямғыр арҡаһында иген дымлы, уңышты һаҡларға тырышабыҙ, бында яҡшы техника ярҙам итергә тейеш, – тине Илшат Фәзрахманов.
– Ауыл хеҙмәткәрҙәренә эштәре өсөн ҙур рәхмәт. Шулай килеп сыҡты, быйыл ауыл хужалығы комплексы иҡтисадтың драйверы булып тора. Тармаҡ үҫә, ә беҙ уға мотлаҡ ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.