Әлеге ваҡытта районда ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы шахмат уйнарға өйрәтеүсе күп тапҡыр Башҡортостан чемпионы булған тренер Динар Яҡупов, тәжрибәле тренерҙар Илфира Талипова менән Булат Фазылов бар. Үҙ эштәренең оҫтаһы булған белгестәр шахмат уйынының нескәлектәрен аңларға ярҙам итә.
— Бынан 20 йыл элек Балалар ижад йортонда 20-30 кеше йыйылып, шахмат уйынында үҙҙәрен һынай ине. Улар араһында Өлфәт Хәйруллин, Марат Мусин, Борис Шуваров, Айрат Юнысов, Мадис Фәрхетдинов, Марат Солтанов, Вил Шаһапов, Фәрит Ситдиҡов, Рәфил Арысланов, Данил Ямуров, Рифат Ғабдрахманов, Хәниф Сәләхов, Фәнис Усманов һәм Ралит Хәжиевтарҙы атар инем. Улар төбәк һәм республика ярыштарында күп тапҡыр ҡатнашып, еңеү яулаусылар. Бөгөн уларҙы ветеран шахматсылар тип йөрөтәбеҙ. Шахмат уйнарға өйрәнәм, шөғөлләнәм тиһәң, беҙҙә һәр ваҡыт ишектәр асыҡ. Артабан инде түңәрәктәргә ихлас йөрөргә генә кәрәк. Бала ярты йыл шөғөлләнһә лә, уның файҙаһын күрә башлай, — ти Динар Мәсғүт улы.
Шахмат — зирәктәр уйыны. Ул башты эшләтеү генә түгел, кешене тыныслыҡҡа, сабырлыҡҡа, логик фекерләүгә өйрәтә, хәтерҙе үҫтерә. Һөҙөмтә балаларҙың һәләтенән, тренерҙарҙан, ата-әсә тырышлығынан тора. Тренерҙар эшенең һөҙөмтәһе — ярыштарҙа урындар алыу. Борай ҡыҙы Сөмбөл Бәҙертдинова 2007 йылда Бөтә Рәсәй турнирында бронза миҙалға лайыҡ булды. “Аҡ ладья”, “Мәктәптә шахмат” тигән республика ярыштарында беҙҙең шахматсы ҡыҙ һәм егеттәр һәр ваҡыт призер булды. Шуларҙың иң-иңдәре тип Лилиә Закирова, Айгөл һәм Әлфинә Бәҙертдиновалар, Марат Ғаязов, Айрат Васбикарамов, Ришат Шәйнуров, Илдар Ғайфуллин, Рүзил Бәҙертдинов, Рөстәм Яҡупов һәм Марсель Латиповтарҙы атар инем.
— Бөгөн методик әҙәбиәт етерлек. Уйын уртаһында, уйын аҙағында ниндәй хәрәкәттәр яһарға, барыһына ла өйрәнеп була. Беҙҙең заманда интернет юҡ ине. Хәҙер компьютерҙар ҡулланырға мөмкин. Ул яуаптың иң яҡшыһын таба инде. Үҙеңде лә шунда тикшереп алаһың. Ярыштарға ла әҙерләнеп була, — ти Динар Яҡупов.
Мин үҙем шашка уйнарға яратам. Мәктәптә, артабан студент йылдарында уҡыу йорто чемпионы ла була торғайным. Ә бына шахмат уйынын ниңәлер бер ҙә уйнап ҡарағаным булманы. Был турала һөйләшеп киткәс, Динар Мәсғүт улы шашка менән шахматтың айырмаһы юҡлығын, уларҙың икеһендә лә фекерләү ҡеүәһе көслө булырға тейешлеген әйтте. Бигерәк тә хәтерҙең яҡшы булыуы кәрәк. Шулай уҡ был уйын пенсионерҙарға ла бик файҙалы. Олоғайған һайын, кешенең зиһене тарҡала башлай. Быға юл ҡуймаҫ өсөн аҙ ғына булһа ла уйнарға кәрәк. Үҙ эшенә шулай мөкиббән киткән кешеләр булғанда районда әлеге спорт төрө бөтмәҫ, шахмат менән шөғөлләнеүселәр артыр.