Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
30 Июль 2020, 05:05
Саҡ ҡына түҙәйек...
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһында 20 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы 22 урам-юл селтәре объекты ремонтланасаҡ. Шулай уҡ 2020 йылда Мостай Кәрим урамындағы капиталь ремонтты тамамлау һәм Валерий Лесунов менән Баландин бульвары урамын төҙөп бөтөрөү планлаштырыла.
Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, бөгөн ун урамда эштәр тамамланыу өҫтөндә. Ремонт өсөн ҡулланылған материалдар сифаты ҡәтғи контролдә тотола. Көн һайын юл лабораторияһында асфальт-бетон ҡушымтаһы, ҡырсын һәм битум өлгөләре тикшерелә. Асфальттың сифатын тикшереү милли стандартҡа ярашлы үткәрелә. Superpave системаһы төбәктең климатын һәм һауа торошон иҫәпкә алып, асфальт-бетон ҡатнашмаһын һайлап алырға ярҙам итә.
Ремонт барған урамдарҙа хәрәкәт менән проблемалар тыуыуы ихтимал. Өфө ҡалаһы кешеләре һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ҡала хакимиәте сайтында урынлаштырылған юлдар ремонтының интерактив картаһы менән файҙаланырға кәңәш итәләр. Унда бөгөн эштәр алып барылған милли проекттың бөтә объекттары ла билдәләнгән.
Саҡ ҡына түҙеп торһаҡ, оҙаҡламай баш ҡала урамдарында эш тамамланыр һәм яңыртылған юлдарҙан бер тотҡарһыҙлыҡһыҙ йөрөрбөҙ.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Фото: ГорОбзор.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Sa--ina-t--yek-388692/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"