Был проект сиктәрендә төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм республиканың беренсел ҡан тамырҙары бүлексәләрен йыһазландырыу өсөн барлығы 14 берәмек медицина ҡоромаһын һатып алыу планлаштырылған. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 395,3 миллион һум аҡса бүленгән. Әйткәндәй, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгәйне.