Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июль 2020, 11:50

Балағыҙ битлек кейәме?

Битлектең ниндәй осраҡта кескәйҙәр өсөн зыянлы булыуы мөмкин, тигән һорауға Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы аныҡ яуап биргән.

Пандемия осоронда битлек режимын һаҡлау мотлаҡ. Вирусты йоҡтормауҙа ул тәьҫирле сараларҙың береһе. Тик уның бәләкәй балалар өсөн хәүефле булыуы ихтимал, тип иҫкәртә табиптар. Битлектең ниндәй осраҡта кескәйҙәр өсөн зыянлы булыуы мөмкин, тигән һорауға Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы аныҡ яуап биргән.
Беренсенән, битлекте ике сәғәт һайын алыштырырға кәрәк, сөнки ошо ваҡыт үткәндән һуң уның патогендар ояһына әүерелеүе мөмкин. Япон белгестәре әйтеүенсә, ике йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн битлек кейеү хәүефле. Уларҙың тын алыу юлдары бик тар, һөҙөмтәлә бәләкәй генә ҡаршылыҡ та үпкәгә көсөргәнеште арттырасаҡ, тын алыу насарланасаҡ, хатта тын быуылыуы ихтимал. Бала үҙаллы битлекте сисә алғансыға тиклем уны бәйләргә ярамай, тип иҫәпләй белгестәр. Әммә социаль дистанцияны һаҡлау, бала тотонған һәр әйберҙе даими йоғошһоҙландырыу, танау юлдарын физиологик иретмәләр менән йыуыу мотлаҡ. Ике йәштән өлкәнерәк балаларға йәмәғәт урындарында битлек кейеү маҡсатҡа ярашлы, тип иҫәпләй табиптар.
Фото:Medicalfacts.it
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас