Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
28 Июль 2020, 09:20
Килемен күрһәтмәгән хеҙмәткәрҙәр эшенән китергә мәжбүр булған
Республика прокуратураһы төбәк Урман хужалығы министрлығында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған осраҡтарҙы асыҡлаған.
Мәҫәлән, республиканың бер урман хужалығы участкаһы начальнигы үҙенең күҙәтеүе аҫтында булған биләмәлә ағас эшкәртеү өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән.
Икенсе осраҡта иһә ведомствоның айырым хеҙмәткәрҙәре етәкселектән Архангел урмансылығы биләмәһендә урман участкаларын ҡуртымға алыу һәм файҙаланыу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йәшергән.
Министрлыҡтың ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәре һәм ведомтвоға ҡараған учреждениелар етәкселәре декларацияларында коммерция ойошмаларынан алған килемдәрен, шулай уҡ үҙҙәренең хосуси милегендә булған мөлкәттәрен йәшергән. Мәҫәлән, министрлыҡтың бүлек начальнигы ҡатынының исемендә булған фатирҙы биш миллион һумға һатыуҙары тураһындағы мәғлүмәтте күрһәтмәгән. Тағы ла бер район урман хужалығының директоры ике йортон һәм ер участкаларын йәшергән.
Республика прокуроры күрһәтмәһе буйынса 15 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, өс кеше эштән ҡыуылған, шул иҫәптән бер хеҙмәткәр ышанысты юғалтыу һөҙөмтәһендә.
Фото:
marimedia.ru
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Kilemen-k-r-tm-g-n-he-m-tk-r-r-eshen-n-kiterg-m-gb-r-bul-an-384818/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"