Шулай итеп, Сибай ҡалаһында яңы прокурор тәғәйенләнде. Хәҙер ҡала прокуратураһына Лилиә Мырҙағолова етәкселек итәсәк. Лилиә Фәтих ҡыҙы Баймаҡта тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1999 йылда Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһында прокурор ярҙамсыһы булып башлай, һуңынан өлкән ярҙамсы итеп тәғәйенләйҙәр, шулай уҡ Баймаҡ районы прокуроры ярҙамсыһы, Башҡортостан тәбиғәтте яҡлау район-ара прокурорының өлкән ярҙамсыһы, Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы һәм урынбаҫары вазифаларында эшләгән.
Бишбүләк районы прокуроры итеп Дмитрий Валерьевич Герасимов тәғәйенләнгән. Ул сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2011 йылда Нуриман районы прокуроры ярҙамсыһы булып башлай. Әлегә тиклем Ҡалтасы районы прокуроры урынбаҫары вазифаһын башҡарған.
Стәрлебаш районы прокуратураһына Виталий Сергеевич Архаткан етәкселек итәсәк. Салауат ҡалаһында тыуған, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2012 йылда Дәүләкән районы прокуроры ярҙамсыһы итеп эшкә алына. 2017 йылдан бөгөнгәсә Стәрлебаш районы прокуроры урынбаҫары булған.
Бүздәк районында ла яңы прокурор. Был вазифаға Вадим Рим улы Шәйәхмәтов тәғәйенләнгән. Ул сығышы менән Кушнаренко районынан, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2006 йылдан прокуратура органдарында яуаплы вазифаларҙа була, һуңғы эш урыны – Өфө районы һәм Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуроры урынбаҫары.
Өфө районы прокуроры итеп Виктор Владимирович Мазницын тәғәйенләнгән. Ул Ростовтағы Дон ҡалаһында тыуған, шунда уҡ юғары белем алған. 2007–2015 йылдарҙа Ростов һәм Калуга өлкәләре прокуратураһында төрлө вазифаларҙа, ә 2015–2019 йылдарҙа Башҡортостан прокуратураһында эшләй. 2019 йылдың февраленән яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе Рәсәй Генераль прокуратураһында оборона-сәнәғәт комплексы өлкәһендә закондарҙың үтәлешен күҙәтеү идаралығы бүлеге прокуроры вазифаһында хеҙмәт иткән.
Роман Александрович Свистун иһә Нуриман районы прокуроры итеп тәғәйенләнгән. Ул сығышы менән Өфө ҡалаһынан, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2007 йылдан алып прокуратура органдарында, һуңғы эш урыны – Өфө ҡалаһының Совет һәм Киров райондары прокуроры урынбаҫары.
Закон буйынса прокурорҙар биш йылға тәғәйенләнә.