“Республикала башланған ураҡ кампанияһы күрһәтеүенсә, ужым культураларының гектарынан 50–60 центнер йыйып була. Былтыр иһә Бүздәк районы аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрөнөң гектарынан йөҙҙәрсә центнер уңыш алыу ихтималлығын дәлилләне”, - тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Борай районында үткән “Баҫыу көнө”ндә.
“Белеп тотонғанда ғына республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре юғары күрһәткестәргә ирешә аласаҡ. Бының өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, белемде камиллаштырып тороу зарур. Һәр бер баҫыу, һәр бер сорт өсөн уға ғына ярашлы технология табып эшләргә кәрәк. Республикабыҙ ҙур, шарттар ҙа төрлө. Көньяҡ райондарҙағы эҫе һауа торошо арҡаһында бөтөн үлән һап-һары, ә һеҙҙә, урман-дала яҡтарында, әле бөтә донъя йәшеллектә”, - тип билдәләне Илшат Илдус улы.
Борай районының “Урожай” ауыл хужалығы предприятиеһы базаһында ойошторолған сираттағы семинарҙа республиканың 14 районынан вәкилдәр ҡатнашты. Бында тәжрибә участкаларында ужым һәм ярауай культураларҙың яңы сорттары тәҡдим ителде.
Башҡа райондарҙан айырмалы, Борайҙағы күргәҙмәлә ағас һәм ҡыуаҡтар үҫентеләре лә тәҡдим иттеләр.
Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, “Алмағас” питомнигы хужабикәһе Ғәлиә Мөғәллимова 80 гектар майҙанда нимә генә үҫтермәй: алмағастың 60, ҡарағаттың, грушаның, ҡурай еләгенең тиҫтәләгән сорттары, крыжовник, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағат, декоратив ҡыуаҡлыҡтар – йәнең теләгән һәр үҫемлек бар. Әлбиттә, был – хужаларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. Илшат Фәзрахманов Ғәлиә Муллаян ҡыҙын ҙур иғтибар менән тыңланы. Һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Сөнки был хужалыҡта үҫентеләрҙән тыш, миҙгеленә ҡарап алма, башҡа емеш-еләк тә һатып алырға була.
Фотолар Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.