Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
26 Июль 2020, 10:55
Вертолетһыҙ ҡотҡарып булмаҫ ине
Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына сәйәхәткә барған яҡташыбыҙ күңелһеҙ хәлгә тарыған.
Хәл Черек районында булған. Ҡотҡарыусыларға Урал артылышының Безенги тарлауығында таштар ишелеүен, хәүефле ҡойон аҫтына ике турист эләгеүен хәбәр иткәндәр.
Бәлә урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар юлланған, зыян күргән туристарҙы коммерциялы вертолет менән Нальчик ҡалаһының клиник дауаханаһына эвакуациялағандар.
Асыҡланыуынса, бер турист Өфөнән булһа, икенсеһе – Тула өлкәһенән.
Туристарҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек. Иң мөһиме – улар шунай ҡурҡыныс шарттарҙа иҫән ҡалған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: znak.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Vertolet-i--ot-arip-bulma-ine-383422/https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Vertolet-i--ot-arip-bulma-ine-383422/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"