Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте быйыл айырыуса эш шарттары һәм өҫтәмә эш йөкләмәһе өсөн дәртләндереүгә йүнәлтелгән аҡса бүленгән стационар ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә йыл һайын бирелә торған ял (отпуск) һәм ошо ялды файҙаланмаған өсөн түләүгә тәғәйенләнгән аҡсаны бүлеүҙе хуплаған.
Был проект коронавирус инфекцияһы барлығы асыҡланған кешеләргә һәм ошо инфекция эләгеү хәүефе янаған төркөмдәгеләргә ярҙам күрһәтеүсе халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙең стационар ойошмалары, стационар булмаған ойошмаларҙа төҙөлгән стационар бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә отпуск һәм файҙаланылмаған был ял өсөн аҡса түләү мөмкинлеген бирәсәк.
Быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин медицина хеҙмәткәрҙәренә йыл һайын бирелә торған ял мәсьәләһен хәл итеү хаҡында хәбәр иткәйне. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, күптәр был ял хаҡындағы планын үҙгәртеүсән һәм ял итеүҙе кисектереүсән. Владимир Путин медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә аҡса түләүҙең һалымдан азат ителгәнлеге хаҡында ғына түгел, отпуск аҡсаһын иҫәпләгәндә лә уның күҙ уңында тотоласағы хаҡында белдергән. Ил Президенты Рәсәй Хөкүмәтенә медицина хеҙмәткәрҙәренә йыл һайын бирелә торған ял ( отпуск) өсөн арттырылған аҡса түләүҙе айырыуса контролдә тоторға ҡушты, тип хәбәр итә “РИА Новости”.