Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Июль 2020, 11:00

"Ғаилә" паркында эштәр гөрләй

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Балтаста “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса төҙөлгән “Ғаилә” паркында эштәр дауам итә. Был программа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Паркты төҙөкләндереү өсөн ете миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Был аҡса федераль ҡаҙнанан. Генераль подрядсы – “Агропродукт” яуаплылығы сикләнгән ймғиәте.
Проектҡа ярашлы бында резина япмалы балалар һәм спорт майҙансығы, видеокүҙәтеү системаһы, яҡтыртылған тротуарҙар селтәре буласаҡ, йәшелләндереү, эскәмйә һәм урналар ҡуйыу планлаштырыла. Бөгөн төҙөүселәр бордюр ташын һалып бөткән, асфальт йәйгән, яҡтыртыу өсөн кабелдәр һалған, ҡоймалар ҡуйыла башлаған.
– Парк ауылдың уртаһында урынлашҡан, ул бөтә социаль объекттарға ла яҡын. Ял биләмәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ. Балтас районы кешеләре һәм ҡунаҡтар уңайлы шарттарҙа ял итә аласаҡ. Был парк халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер, тип ышанам, – тине Балтас районы хакимите башлығы Илгиз Субушев.
Подрядсы ойошма бар эштәрҙе август урталарында тамамларға планлаштыра. “Ғаилә” паркын төҙөү райондың 90 йыллыҡ юбилейына һәм Зауыҡлы биләмәләр йылына арнала. Уны тантаналы асыу 21 августа булыр, тип көтөлә.
Фото: Балтас районы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/ail--parkinda-esht-r-g-rl-y-381675/
Читайте нас