Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июль 2020, 13:18

ШӘЖӘРӘ БАЙРАМЫ АСҠЫНДА ҮТӘСӘК

Сентябрҙә Асҡын районында республика кимәлендә "Шәжәрә байрамы" ойоштороласаҡ

Уның программаһына "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары" темаһына фәнни-ғәмәли конференция, шәжәрәләр, халыҡ кәсептәре, нәҫел ағасы темаһына балалар һүрәттәре күргәҙмәләре, "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" республика конкурсының гала-концерты ингән. Халыҡ байрамы сиктәрендә шулай уҡ үҙенең шәжәрәһен төҙөүселәр араһында конкурс ойошторола. Унда теләгән һәр кеше, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 20 авгусҡа тиклем ойоштороу комитетының gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына "Шәжәрә байрамы 2020" билдәһе менән ебәрергә кәрәк.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4546
Читайте нас