Башҡортостанда “Бәләкәй, урта һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә яңы эш башлаған йүнселдәрҙе эшҡыуарлыҡ лагерҙарына йәлеп итеү башланды.
Быйыл эшҡыуар булараҡ теркәлгән йүнселдәр эшҡыуарлыҡ лагерында ҡатнаша аласаҡ. Улар тәжрибәле тренерҙар ярҙамында Александр Остервадьдер моделе буйынса үҙенең эшҡыуарлығын төҙөү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Беренсе эшҡыуарлыҡ лагеры 1-2 августа Сибай ҡалаһында үтәсәк. 15-16 августа – Стәрлетамаҡ, 29-30 августа “Павловка паркы” ял базаһында тағы ошондай лагерҙар ойоштороласаҡ.
Лагерҙа бушлай ҡатнашырға мөмкин, тик урындар сикле. Уларҙа ҡатнашырға теләгәндәр 8 (347) 298-00-78, 8 (347) 299-99-90, +7 965 936-34-53 (WhatsApp) телефондары буйынса теркәлә ала. Быйыл ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә оҫталыҡ кластары, конференциялар һәм башҡа саралар үткәреләсәк.
Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.