Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә «Туған тел илселәре» акцияһын башланы. Уның барышында мәктәп йәшендәге балалар менән халҡыбыҙ мәҙәниәтен һәм телебеҙҙе республика музейҙары нигеҙендә өйрәнеү ҡаралған. Акция 25 декабргәсә дауам итәсәк.