Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Июль 2020, 07:35

Етеҙҙәр, шаяндар, һәләтлеләр

Асҡын 2-се урта мәктәбе командаһы “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсында ҡатнашып, “Үҙенсәлекле башҡарыу өсөн” номинацияһында еңеү яуланы.

Йыл да “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” республика конкурсын үткәреү осраҡлы түгел. Ул балалар һәм үҫмерҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен яҡшы белһен өсөн ойошторола. Быйыл конкурс онлайн үтте.
Был бәйгелә районыбыҙҙан Асҡын 2-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хәтмуллина етәкселегендә юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Павел Крапивин һәм Марсель Вәлиев ярҙамы менән V Б класы уҡыусылары ҡатнашты.
Командала дүрт уҡыусы, ике ҡыҙ һәм ике малай: Рүзил Вәлиев, Динислам Хаматханов, Камилла Сәлмәнова, Ралина Ғайсина. Улар юл ҡағиҙәләрен яҡшы белеү, велосипедта дөрөҫ итеп йөрөү, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса һәм башҡа һынауҙарҙы лайыҡлы үтте.
Наилә Имаева.
Читайте нас