Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, Башҡортостанда Евразия халыҡтары ассамблеяһы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров рәйеслегендә был вәкиллектең төбәк Йәмәғәт советының беренсе ултырышы үтте.
Сарала ассамблеяның Генераль секретары Андрей Бельянинов, ассамблеяның медиаүҙәге етәксеһе Любовь Елкина, эшҡыуарҙарҙың ҙур берекмәләре етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ассамблеяға ингән әүҙем граждандар ҡатнашты.
Белгестәр тәүге ярты йыллыҡҡа вәкиллектең эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһаны, киләсәккә пландар һәм үҫеш юлдарын ҡараны.
Андрей Назаров ултырышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Евразия халыҡтары ассамблеяһының республикала нисек эшләй башлауы тураһында һөйләне. Ассамблея һәм Башҡортостандың хеҙмәттәшлегенең маҡсаты булып халыҡ-ара гуманитар һәм эшлекле мөнәсәбәттәрҙе киңәйтеү һәм нығытыу, туризм, мәҙәниәт, мәғариф, спорт, йәштәр менән эшләү, сауҙа-сәнәғәт мөхите, шул иҫәптән экспорт, импорт, финанстар, инвестициялар һәм инновациялар өлкәләрендә тупланған тәжрибә һәм мәғлүмәт менән уртаҡлашыу тора. Шулай уҡ Андрей Назаров белдереүенсә, ойошманың Йәмәғәт советына ингән вәкиллек ағзалары бренд булып торған кешеләр, улар республикала билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм вәкиллек эшенә үҙ тәҡдимдәрен индерәсәк.
Үҙенең сығышында Андрей Бельянинов республика етәкселеге эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә айырым иғтибар бирҙе.
– Беҙ республика Башлығы Радий Хәбиров командаһының уңыштары тураһында беләбеҙ. Улар Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн генә түгел, ә пандемия ваҡытында кешеләрҙе яҡлау өсөн күпте башҡарҙы. Айырым алғанда, рекордлы 55 көн эсендә юғары технологиялы инфекция дауаханаһы төҙөлдө. Беҙ был турала ҙур ғорурлыҡ менән ассамблея партнерҙарына һөйләйбеҙ һәм был интеграция тәжрибәһен башҡа илдәргә лә таратыу мөмкинлеге бар тип уйлайбыҙ, - тине ул.
Вәкиллектең башҡарыусы секретары Дмитрий Трапезников белдереүенсә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш саралары арҡаһында ағымдағы йылға билдәләнгән эш планы үҙгәрештәр кисергән. Тик нисек кенә булмаһын, вәкиллек бер нисә проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, апрелдән вәкиллек “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылды, уның сиктәрендә төбәк халҡына медикаменттар, аҙыҡ-түлек йыйылмалары килтереүҙә ҡатнашты. Вәкиллектең мөһим проекттарының береһе – “Рәсәй радиоһы. Башҡортостан” радиоһында “Беҙҙең геройҙар урамдары” радиотапшырыуҙар циклын ойоштороу булды. Шулай уҡ вәкиллек эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса онлайн-конференциялар ойошторҙо.
Планда тағы ла ҙурыраҡ саралар бар. Улар иҫәбенә Өфөлә үткәрелесәк ирекмәндәрҙең Евразия форумы, бөтә донъя Фольклориадаһы һәм Евразиадаһы инә.
Кәңәшмәлә ҡатнашыуыслар вәкиллек эшмәкәрлегенә тағы бер нисә тәҡдим индерҙе. Улар араһында - туризмды үҫтереү, халыҡ-ара партнерҙарҙы йәлеп итеп эшлекле саралар ойоштороу, уңышлы башланғыстарҙы Ҙур Евразия илдәренә трансляциялау, дөйөм Рәсәй кимәлендә ирекмәндәр эшен координациялау.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.