Көҙөн республикала 2020 йылда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылының яҡынса йомғаҡтары яһаласаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре һәм йәмәғәтселәрҙән торған комиссия мәғлүмәт билдәләре, юлдар, тротуарҙар, газондар, сәскәлектәр, туҡталыштар, яҡтыртыу, урам рекламаһы торошон тикшерә. Артабан муниципаль хакимиәттәрҙә һөҙөмтәләрҙе баһалайҙар һәм эшкә үҙгәрештәр индерәләр. Иң яҡшы биләмәләр араһында – Октябрьский, Учалы, Күмертау ҡалалары. Иң күп етешһеҙлектәр Туймазы, Нефтекама, Ишембай, Сибай, Баймаҡ һәм Дүртөйлө ҡаларында асыҡланған.
– Был бик һәйбәт ғәмәл, - тине Радий Хәбиров. – Уны артабан да дауам итергә кәрәк. Октябрҙә Зауыҡлы биләмәләр йылының тәүге һөҙөмтәләрен тикшерергә тәҡдим итәм.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский күп фатирлы йорттар советтарының нисек формалашыуы тураһында һөйләне. Был йәмәғәт институты торлаҡ милекселәренә ремонт сифатын, йорт алды биләмәһен төҙөкләндереү, коммуналь хеҙмәттәр таратыуҙы контролдә тоторға ярҙам итә.
20 мең самаһы күп фатирлы йорттарҙың 12 меңендә генә Совет бар. Бында Анатолий Дубовский фекеренсә, төп ауырлыҡ торлаҡ ҡануниәтен эшләп бөтөрөү зарурлығы һәм совет рәйестәрен йыш алмаштырыуға бәйле.
– Был тиктормаҫ кешеләр бик ауыр эш башҡара, тап улар торлаҡ реформаһын алып барыуҙа һәм йорттарҙа тәртип урынлаштырыуҙа беҙҙең беренсе һәм төп ярҙамсылар, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитеттар был йәмәғәт институтының барлыҡҡа килеүе һәм нығыныуындағы эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә тейеш.
Башҡортостан Башлығының йәмәғәт киңлектәрен һәм ҡала мөхитен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова иртәгә, 21 июлдә Өфөлә асыласаҡ “Парктағы ҡала” белем биреү семинары тураһында һөйләне. Ул халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыуға арнала. Унда ҡатнашыусылар милли проекттарһы һәм төҙөкләндереү буйынса республика программаларын тикшерәсәк.
Ольга Сарапулова 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Шулай Бөрө, Ишембай һәм Бәләбәй ҡалаларында эштәр тулы кимәлдә бара. Төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе 1 сентябрҙә техник асыу буласаҡ. Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Николо-Березовка ауылы буйынса проект-смета документтарын әҙерләү дауам итә. Был проекттарҙы 1 ноябрҙә тамамларға планлаштыралар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.