Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 25 июндә асылды. Унда һәр кем иртәнге сәғәт һигеҙҙән килә ала. 1 июлгә тиклем районыбыҙҙа 47 һайлау участкаһы эшләйәсәк.
— Беҙҙең һайлау участкаһында 321 кеше тауыш бирә. Биш көн эсендә уларҙың 61 проценты гражданлыҡ бурыстарын үтәне лә инде. Был мөһим сара пандемия осоронда үткәс, тауыш биреү хәүефһеҙ шарттарҙа үтһен өсөн, өлкән йәштәгеләр, сәләмәтлеге буйынса сикләнгән граждандарҙы башлыса өйҙәренә барып һайлатабыҙ. Исемлектәге 321 кешенең алтыһы – беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр. Улар ҙа был сәйәси сараға яуаплы ҡарап, тауыш бирҙе, береһе генә әлегә килмәне, — тип һөйләне Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 919-сы һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Светлана Ришат ҡыҙы Ситдикова
— Һайлауға һәр ваҡыт үҙем участкаға йөрөй инем. Быйыл комиссия ағзалары өйгә килеп һайлатты. Бик уңайлы һәм хәүефһеҙ. Илдең төп документына индереләсәк төҙәтмәләр тормошобоҙға тик ыңғай йоғонто яһар, тип өмөтләнәбеҙ, — ти хаҡлы ялдағы Альбина Әзһәт ҡыҙы.
Зәлифә Мөҡсинова фотолары.