Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Июнь 2020, 06:47

Белорет егете Владимир Путин эргәһендә эшләй

#ВладимирПутин

“Мәскәү. Кремль. Путин” тапшырыуын алып барған журналист Павел Зарубин сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Ул 1981 йылда 7 сентябрендә металлургтар ҡалаһында тыуған.
Егет мәктәп йылдарында уҡ журналист булырға хыяллана. Тәүҙә ул ҡаланың 1-се мәктәбендә, һуңынан көслө уҡыусылар әҙерләүе менән барлыҡ илгә билдәле булған компьютер мәктәбендә уҡый. Һәләтле егет йәшләй генә “Белорецкий рабочий” гәзитендә эшләй. Мәктәптән һуң 1998 йылда А.М. Горький исемендәге Екатеринбург дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә.
Павел студент йылдарында уҡ, 2000 – 2003 йылдарҙа, Екатеринбургтағы “Дүртенсе канал” телекомпанияһында репортер һәм яңылыҡтар алып барыусы булып эшләй. 2002 йылда Рәсәй телевидениеһы академияһы уны төбәктең иң яҡшы репортеры итеп таный. Ошондай ҙур уңыштан һуң егет Мәскәүгә күсеп, үҙәк каналда (ВГТРК) “Вести” программаһында эшләй башлай. Ә инде 2005 йылдан Кремль пулына инә һәм Рәсәй Президенты эшен яҡтырта башлай. 2018 йылдың көҙөнән сәйәсәтте ғәҙәти булмаған күҙлектән яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Мәскәү. Кремль. Путин” тапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. Ғәҙәти булмаған әйберҙәргә иғтибар итеү һәм үҙенсәлекле кадрҙар күрһәтелгән тапшырыуҙың Рәсәй телевидениеһында рейтингы юғары.
Яҡташыбыҙҙың һөнәри оҫталығы бының менән генә сикләнмәй әле, ул сит илдәрҙең етәкселәренән дә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға комментарийҙар алыуға өлгәшә. Былтыр июндә “Владимир Путин менән тура бәйләнеш”те лә алып барыусыларҙың береһе булды.
Әлбиттә, белореттар Павелды яҡшы хәтерләй. “Беҙ яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, ул беҙгә яҡын кешебеҙ кеүек. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ журналист булырға хыялланды – ирем менән бергә дауаханала ятҡан саҡта шулай хыяллана ине. Афарин, хыялын тормошҡа ашырҙы! Киләсәктә уны тағы ла ҙурыраҡ уңыштар көтәлер, тип ышанабыҙ. Уңыштар теләйбеҙ”, – ти яҙа Флүрә апай.
Беҙ ҙә яҡташыбыҙға яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: m.ura.news




Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас