Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июнь 2020, 13:35

Бесән эшләр мәл етте

“Хәҙер бесәнде баҡсала йәки йорт алдында урамда ғына эшләйбеҙ”, — ти йылмайып Мәмдүнә апай Зарипова. Шиғри күңелле ағинәйҙең бесән өҫтө тураһында яҙған шиғырын түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Етте матур бесән өҫтө,
Танау ҡытыҡлай бесән еҫе.
Һәр тарафтан аңҡып тора,
Төрлө- төрлө үлән еҫе.
Ауылдағы матурлыҡҡа
Кемдәр генә һоҡланмай.
Шифалы бесән еҫенә
Кемдәр генә хисләнмәй.
Хәтфә үлән, йәшел сирәм,
Кем генә хоҙурланмай.
Үҙе тыуған, үҫкән ерҙе
Кем генә һуң ҙурламай.
Хәтеремдә әле һаман
Кәбәндәр өйә инек.
Йәйҙәр буйы хәлдән тайып
Бесән әҙерләй инек.
Ә хәҙер техника заманы:
Саптырабыҙ – техника,
Йыйҙырабыҙ – техника,
Хатта аҙбар башына ла
Күтәрә бит техника.
Ата-бабам бесәнде
Салғы янып сапты яланда.
Ә хәҙер техника менән
Мәмдүнә Зарипова.
Иҫке Ҡаҙансы ауылында.
Читайте нас