Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июнь 2020, 11:35

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү башланды

Тауыш биреүҙәр 1 июлгә тәғәйенләнһә лә ил халҡы уны 25 июндән, йәғни бөгөнгө көндән башлай ала. Ҡашҡа ауыл Советы хакимиәте бинаһында урынлашҡан 920-се һайлау участкаһында ла бөгөн иртән һайлаусылар гражданлыҡ бурысын үтәргә килә башланы.“Беҙҙең участка тауыш биреүҙәргә әҙер. Комиссия ағзалары кешеләрҙе коронавирус инфекцияһынан аралау маҡсатында, хәүефһеҙлек сараларын күрә. Участканы дезинфекциялау буйынса эш көн һайын алып барыласаҡ. Комиссия ағзалары, йәмәғәт күҙәтеүселәре дезинфекция саралары менән, шулай уҡ тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр бушлай  битлек, бирсәткә һәм ручка менән тәьмин ителә. Именлекте тәьмин итеү һәм тәртип урынлаштырыу маҡсатында Өфөнән килгән полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Һайлауға килгән кешенең тән температураһы үлсәнә.Рәсәй конституцияһына үҙгәрештәр индереүгә бәйле, был кампанияла бөгөндән алданыраҡ ҡатнашыу мөмкинлеген ҡуллана башланы халыҡ. Мәҫәлән, иртә менән үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә Рифҡәт Адыев килде. Уның артынан ирле-ҡатынлы Фәнзилә һәм Фәрдүс Минһажовтар сыҡты. Шулай, әкренләп кеше килеп тора. Халыҡ был мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Һайлау исемлегендә 390 кеше теркәлгән. 60 йәште уҙғандарҙы һәм сәләмәтлектәре сиклеләрҙе комиссия ағзалары күҙәтеүселәр менән уларҙың өйҙәренә барып һайлатасаҡ”, — тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Фазлетдинова. — Төшкә тиклем комиссия ағзаһы Сания Сәлихова дежур итте. Төштән һуң комиссия рәйесе урынбаҫары Илфир Ғәләүетдинов, секретарь Эльза Әфтәхова һәм күҙәтеүсе Әлфит Нурдәүләтов менән оло йәштәгеләрҙе һайлатырға барабыҙ”.Наилә Имаева.Эльза Әфтәхова фотолары.

Тауыш биреүҙәр 1 июлгә тәғәйенләнһә лә ил халҡы уны 25 июндән, йәғни бөгөнгө көндән башлай ала. Ҡашҡа ауыл Советы хакимиәте бинаһында урынлашҡан 920-се һайлау участкаһында ла бөгөн иртән һайлаусылар гражданлыҡ бурысын үтәргә килә башланы.
“Беҙҙең участка тауыш биреүҙәргә әҙер. Комиссия ағзалары кешеләрҙе коронавирус инфекцияһынан аралау маҡсатында, хәүефһеҙлек сараларын күрә. Участканы дезинфекциялау буйынса эш көн һайын алып барыласаҡ. Комиссия ағзалары, йәмәғәт күҙәтеүселәре дезинфекция саралары менән, шулай уҡ тауыш биреүселәр, күҙәтеүселәр бушлай  битлек, бирсәткә һәм ручка менән тәьмин ителә. Именлекте тәьмин итеү һәм тәртип урынлаштырыу маҡсатында Өфөнән килгән полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Һайлауға килгән кешенең тән температураһы үлсәнә.
Наилә Имаева.
Эльза Әфтәхова фотолары.
Читайте нас