Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
24 Июнь 2020, 06:30
Аҡ күгәрсен – тыныслыҡ билдәһе
Бөгөн, Бөйөк Еңеү парадын үткәргән көндә, илдә “Тыныслыҡ күгәрсене” флешмобы ойошторола.
Һәр кем ҡағыҙҙан күгәрсен һынын эшләп, уны фотоғо төшөрә ала. Аҙаҡ уны социаль селтәрҙә, #ТыныслыҡКүгәрсене, #ЕрҙәТыныслыҡ хештегтарын ҡуйып, “осороп ебәрә”.
Республикалағы үҙәк парктарҙа ла махсус иҫтәлекле урындар булдырылған. “Әле тарихи үткәндәрҙе онотмау, Тыуған илебеҙҙе илбаҫарҙарҙан ҡотҡарыусыларға тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәтле була белеү кәрәк”, – ти күптәр.
Аҡ күгәрсен – донъялағы иң танылған билдә. Ул тыныслыҡтың һәр кем өсөн шул тиклем ҡиммәтле икәнлеген белдерә һәм уны киләсәк быуындар ҙа тыныс тормошта йәшәһен өсөн һаҡлау кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.
#ГолубьМира #МирНаЗемле
Фото:
шебалино-оо.рф
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/A-k-g-rsen--tinisli-bild-e-335396/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"