Тантанала ҡатнашҡан ғәскәрҙәр артынан 200 фашист байрағын күтәргән һалдаттар үтә. Еңелгән дошман ғәскәренең әләмдәре Ленин Мавзолейы алдына ташлана.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының парады уҙған көндә, бөгөн Мәскәүҙә Еңеү парады ойошторола. Унда 14 меңгә яҡын хәрби һәм 220-нән ашыу берәмек техника ҡатнаша. Ҡыҙыл майҙан буйлап 30 Т-34 танкы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы артиллерия машинаһы, хәҙерге Рәсәй техникаһы, һәм әлбиттә, яңы сығарылған техника үтә.
24 июнь Рәсәйҙә ил президенты указы менән ял тип иғлан ителде.