Рәсәй Президенты Владимир Путин углеводород баҙарындағы хәлдәрҙең ябай түгел тип атаны. Был хаҡта ТАСС белдерҙе.
Рәсәй нефть компанияларының береһенең башлығы менән осрашыуҙа ул эске баҙарҙа поставкалар менән хәлде баһалауҙарын һораны. “Ваҡиғалар ябай түгеллеген беҙ беләбеҙ”,- тип өҫтәне президент.
Уның әйтеүенсә, Рәсәй транспорт системаһында торба үткәргестәре мөһим роль уйнай, әммә, нишләптер яңы ғына уҙған транспорт буйынса ҙур кәңәшмәлә уларға иғтибар бирелмәгән.
Фото сығанағы: https://glas.ru