Йыйылыу пункты майҙанына сығыу алдынан һәр кем ентекле медицина контроле үтә.Температураны үлсәү, битлектәрҙе һәм бирсәткәләрҙе яңыһына алмаштырыу, шәхси һаҡланыу саралары алыу... Аҙаҡ - мотлаҡ экспресс-тест үтеү. Күсмә лаборатория, ҡан алғандан һуң ярты сәғәт үткәс, һөҙөмтәне бирә.
Хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы быйыл һалдаттар түгел, ә һаҡлаусы костюмдарҙағы табиптар ҡаршылай. ”Әле һикһәндән ашыу кеше тикшереү үтте, егеттәрҙең береһендә лә вирус асыҡланманы,” - ти Хәрби комиссариаттың хәрби-табип экспертизаһы үҙәге начальнигы Арыҫланбәк Моталипов.
Коридорҙарҙа ығы-зығы юҡ, егеттәр дистанция тоторға ғәҙәтләнгән, һәр береһе яй ғына үҙ сиратын көтә. Тимер юлға оҙатыу өсөн махсус автобус әҙерләнгән. Хәүефһеҙлек саралары республика йыйылыу пунктында ғына түгел, бөтә хәрби комиссариаттарҙа ла күҙәтелә.
”Егеттәребеҙ Калининградтан алып Уссурийскиға тиклем хеҙмәт итәсәк, бөтә округтарға һәм ғәскәр төрҙәренә ебәреләсәк, - ти хәрби етәкселәр.- Башҡортостан һалдаттары бер ваҡытта ла үҙҙәрен һынатманы, гел яҡшы баһа алды. Быйыл да шулай булыр”.
Бөгөн ил һаҡсыларының тәүге эшелоны юлға сыға.Хәрби частәргә килеп етеү менән уларҙы ике аҙналыҡ карантин көтә, быйыл тәртип шулай. Хәйерле юл!