Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин уҡытыусыларға класс менән етәкселек иткән өсөн түләнәсәк аҡса тураһында һөйләне. Был түләүҙәрҙе 2020 йылдың 1 сентябренән ала башлаясаҡтар, ул федераль бюджеттан килә һәм биш мең һум тәшкил итә. Республикала ул уртаса 7780 һум буласаҡ. Әгәр уҡытыусы ике класҡа етәкселек итә икән, аҡса ла ике тапҡырға арта, тик унан да юғарыраҡ була алмай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, өҫтәмә түләүҙе дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеларының 25418 класс етәксеһе аласаҡ.
Бынан тыш, Айбулат Хажин “Республиканың Берҙәм электрон белем биреү мөхите” дәүләт мәғлүмәт системаһы проектын тәҡдим итте. Проект бер электрон ресурста мәктәп көндәлеге, уҡыусының “Алға” транспорт картаһы, мәктәптә туҡланыу һәм башҡа проекттарҙы берләштерәсәк. Был ресурс әленән миллиондан ашыу ҡулланыусыны берләштергән, улар – уҡыусылар һәм уҡытыусылар. Ул халыҡтың белем биреү органдарына булған һорауҙарына файҙалы һәм оператив рәүештә яуаптар биреүҙә ярҙам итә.
Андрей Назаров электрон ресурстың һөжүм итеүҙәрҙән һәм шәхси мәғлүмәтте урлауҙан яҡланыуы тураһында һорашты. “Ул юғары категория буйынса аттестация үткән, хәүеф булмаясаҡ”, – тине республиканың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
2021 йылда Башҡортостанда мәктәп ашнаҡсыларын власть органдары һәм дәүләт ашханаларында стажировка үткәреү буйынса тәжрибә үткәреү планлаштырыла. Быны Андрей Назаров тәҡдим итте.
Республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, һүҙ социаль өлкәлә туҡланыуҙы ойоштороу тураһында бара. Бында белем биреү һәм медицина ойошмалары, һауыҡтырыу һәм социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары инә. Сифатты баһалау менән яңы булдырылған “Социаль туҡланыу менән идара итеү” учреждениеһы шөғөлләнәсәк.
– Беҙҙең маҡсат – социаль өлкә учреждениеларында туҡланыу сифатын күтәреү һәм халыҡты сифатлы һәм хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, – тине Алексей Гусев.
Былтыр аҙыҡ-түлек тауарҙарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге йәһәтенән 5,3 мең тикшереү үткәрелгән. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 27,2 процент аҙыҡ бракка тура килгән.
Хөкүмәт Президиумы ултырышында ҡаралған тағы бер мәсьәлә республикала төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға арналды. Улар – “Ҡатын-ҡыҙҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкә тиклемге белем биреү өсөн шарттар булдырыу” һәм “Өлкән быуын” программаһы буйынса өлкән быуын граждандарына системалы ярҙам һәм тормош сифатын күтәреү программаһын тормошҡа ашырыу”.
Хөкүмәт вице-премьеры Ленара Иванова белдереүенсә, был программалар декрет ялында булған йәш әсәләргә һәм 50 йәштән өлкән кешеләргә өс айлыҡ һөнәри белем биреү курстары үтеү мөмкинлеге бирәсәк. Уҡытыу бер тапҡыр, көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп, электрон һәм дистанцияла рәүештә үткәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта эшһеҙ кеше халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү үҙәгенән стипендия аласаҡ, ул 13949,5 һум тәшкил итә.
– Уҡытыу эш биреүсе йүнәлтмәһе буйынса эшләгән граждандар йәки белем биреү сертификаттары аша мөмкин. Икенсе осраҡта граждан үҙаллы махсус төҙөлгән реестрҙан белем биреү ойошмаһын һайлай һәм мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп сертификат ала, – тине ул.
Мәғлүмәттәр буйынса, әле 50 йәштән өлкән 2896 кеше һәм декреттағы 1342 кеше уҡырға теләк белдергән.
2021 йылда Рәсәйҙә “Экспортсы йылы” үтәсәк. Бөгөнгө ултырышта саралар планы раҫланды. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева республиканың был сараға нисек әҙерләнеүе тураһында һөйләне.
– Ҙур саралар араһында – “Экспортсылар ваҡыты” халыҡ-ара форумы. Ул 2018 йылдан алып йыл һайын үткәрелә һәм белгестәр араһында үҙен бик файҙалы итеп күрһәтте. Шулай уҡ республикала йыл һайын үткәрелгән “Йыл экспортсыһы” бәйгеһендә ҡатнашыусылар ҙа йыл һайын арта, - тине ул.
Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарға бәйле форум, ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙә сит ил практикаларын файҙаланыу буйынса конференция һәм Австрия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡытай һәм Көньяҡ Кореялағы сауҙа вәкиллектәрендә “Башҡортостанда эшләнгән” проекты презентацияһын үткәрергә планлаштырылар.
– Сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк. Күргәҙмә һәм конференциялар үҙмаҡсат түгел, ә башҡорт тауарҙары экспортын арттырыу сараһы булырға тейеш, –тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.