Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Май 2020, 12:39

Тауар ташырға дәүләт ярҙам итә

27 апрелдән Башҡортостанда экспорт йүнәлешендә эшләгән предприятиеларға тауар ташыуға тотонолған сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау маҡсатында республика ҡаҙнаһынан ярҙам күрһәтелә башланы.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, был субсидия һауа юлынан ташыу сығымдарына ла ҡағыла.

Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

– Программа республика иҡтисадын үҫтереүҙә тышҡы шарттарҙы, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫәпкә алып төҙөлгән тәүге сираттағы саралар исемлегенә индерелде, – ти дәүләт комитетының матбуғат секретары Илгизәр Санъяров. – Шуға күрә экспортерҙар субсидия сығымдарына тауарҙы контрагентҡа алып барыу ваҡытын уҙғарып ебәргән өсөн неустойка, транспорттың дәүләт сигендә оҙаҡ торғаны өсөн штраф хаҡтарын да индерергә хаҡлы.

Был программаға 2019 йылдың 1 ноябренә ҡарата экспорт менән шөғөлләнгән предприятиелар инә ала. Ғаризалар ошо программа өсөн бүленгән аҡса тулыһынса үҙләштерелеп бөткәнгә саҡлы ҡабул ителә.

Бынан саҡ ҡына алдараҡ Башҡортостанда экспортҡа эшләгән предприятиеларҙың халыҡ-ара сертификат алыу өсөн сығымдарының бер өлөшөн ҡаплау буйынса ғаризалар ҙа ҡабул ителә башлағайны. Бер һораусыға субсидия ике миллион һумдан ашмаҫҡа тейешле. Был программа ла “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла һәм уға экспортҡа сеймал булмаған тауарҙар һатҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар инә.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас