

Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Хәҙерге көндә районыбыҙҙа иҫән ҡалған ветерандар һаны ла 13 кенә. Борай районынан 14 мең кеше илде дошмандарҙан һаҡларға оҙатыла. Шуларҙың ете меңе генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Сәхиб Майскийға, Әхмәт Закировҡа, Тажетдин Ғиләжетдиновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ҡузбай ауыл Советынан фронтҡа 676 кеше китә. Уларҙың 326-һы вафат була, 149-ы хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелә.
Илебеҙ өҫтөнә килгән ҙур һынауҙы еңеүҙә һәр ғаиләнең өлөшө бар, ҡайғы еле бер ҡапҡаны ла, бер ишекте лә шаҡымай ҡалманы. Күп яҡташыбыҙҙың кәүҙәләре яу ҡырында ятып ҡалһа ла, яңы төҙөлгән һәйкәл-обелискыларҙа исем-фамилиялары яҙылғас, йәндәре тыуған ергә ҡайтып, тыныслыҡ тапҡандыр. Районыбыҙҙың күп ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары хөрмәтенә яңы һәйкәлдәр төҙөлдө, быйыл да асыласаҡ. Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан яугирҙарҙың исемлектәрен мәңгеләштереп, тулыландырып, фотолары, тыуған йылдары, ҡайһы фронтта ҡатнашыуҙары тураһында яңы мәғлүмәттәр тупланды.
Әлеге көндә Ҡузбай ауыл Советында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бәхетен ошо ауылда тапҡан, һуғыш тураһында хәтирәләр, иҫтәлектәр һаҡлаған, файҙалы кәңәштәрен бирергә ашыҡҡан, күкрәк тултырып орден-миҙалдарын сыңлатып, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алыусы Заһит ағай Әхтәриев йәшәй. Уның күкрәгендәге наградаларҙы күргәс, күңелдәрҙә тыныс тормош бүләк итеүе өсөн ветеранға ҡарата рәхмәт хистәре уяна. Ул — Бөйөк Ватан һуғышы юлдарында мәңгелеккә ятып ҡалғандарҙы ла күп күргән, утты-һыуҙарҙы кисеп, фронт юлдары үтеп, тыуған яҡтарға еңеү менән әйләнеп ҡайтыусыларҙың береһе. Уның исем-фамилияһы башҡа яҡташтарыбыҙҙыҡы менән бер рәттән “Улар еңеп ҡайттылар” китабында мәңгеләштерелгән.
Тыуған илде, изге ерҙе дошмандарҙан һаҡлау ир-егеттең бурысы икәнен Заһит ағай бәләкәйҙән белеп үҫә. Ул 1926 йылдың 10 июлендә Ҡудаш ауылында Фатима һәм Рәхимйән Әхтәриевтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 5-се класты Ҡалтасы районының Күгәрсен ауылында уҡый, ә 6-сы класты Борай мәктәбендә тамамлай. 1939 йылда уны атаһының апаһы Кемеров өлкәһенең Белов ҡалаһына алып китә. Ул ваҡытта ауыл балаһы рус телен белмәгәнлектән, 7-се класҡа бер йыл үткәс кенә керә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡала ерендә йәшәү ауырлашҡас, Заһит ағай тыуған яғына ҡайта. Был ваҡытта атаһы менән оло ағаһы Хәкимйән һуғышҡа алынған була. Атаһы иҫән-имен ҡайта, ә ағаһы 1943 йылда 20 йәшендә Курск ҡамауында батырҙарса һәләк була.
Тылда ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн халыҡ бар көсөн һала. Заһит ағай ҙа башҡа ауыл егеттәренә ҡушылып, төрлө эштәрҙә ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә, ғаиләһенә булыша. Ул ваҡытта әсәһе тәрбиәһендә өс бала һәм өләсәйҙәре була. Һабан һөрөү, бесән сабыу, Асҡын районында ағас киҫеү эштәрендә өлкән йәштәге кешеләргә бирелгән норманы әле беләге лә нығып бөтмәгән үҫмер егеткә лә үтәргә тура килә.
1943 йылдың 16 ноябрендә буйы 149 сантиметр, ауырлығы 45 килограмм ғына булған 17 йәшлек Заһитты Ҡудаш ауылынан — биш, Ҡузбайҙан дүрт егет менән бергә Йыраҡ Көнсығышҡа, Япония сиктәренә оҙаталар. Һуғыш йылдарында Тыуған илебеҙ сиген һаҡлаған 75 кешене Туғандар ҡәберенә ерләүҙе әсенеп иҫкә ала ветеран. Ул япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн “Кореяны азат иткән өсөн”, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә, юбилей миҙалдары ла бихисап.
1950 йылда Заһит ағай тыуған яғына ҡайта. Шул йылда Нәфисә исемле йәш, сибәр ҡыҙға өйләнә, улар ғаиләһендә аҡыллы, тәрбиәле, эшһөйәр, белемле ике ҡыҙ һәм ике ул үҫә.
Һуғыштан һуң Заһит Рәхимйән улы тыныс тормошта хеҙмәт юлын дауам итә, уға яуаплы вазифаларҙы ышанып тапшыралар. Ҡузбай ауыл ҡулланыусылар йәмғиәтенең сауҙа буйынса урынбаҫары булып эш башлай, ике йылдан һуң йәмғиәттең рәйесе итеп билдәләнә. 1955 йылда КПСС сафына инә һәм дүрт йыл Силәбелә Совет-партия мәктәбендә уҡый, партияның район комитетына инструктор итеп тәғәйенләнә. Артабан Заһит ағай көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты директоры, Ҡузбай ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Лайыҡлы ялға сыҡҡансы ете йыл Карл Маркс исемендәге колхозда агроном була.
Ветеран бер генә лә тик торорға яратмай: баҡсаһында еләк-емеш үҫтерә, йорт тирәһен төҙөкләндереп тора. Ауылдаштарына аҡыллы кәңәштәрен бирә, ауыл мәсетенә йөрөй, һәр эштең серенә, яйына төшөндөрә.Төрлө осрашыуҙар үткәргәндә уның һуғыш хәтирәләренең һәр һүҙен иғтибар менән тыңлайбыҙ. Күкрәк тулы миҙалдарын сыңлатып, тантаналарҙа яуҙаштары рухын яңыртып, уларҙы иҫкә ала.
Заһит Рәхимйән улы әле лә сафта. Районыбыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған район фестивале старт алған көндө “Мәңгелек ут” капсулаһын ул ауыл биләмәһе башлығы Илдус Мидатовҡа һәм 3-сө мәктәп директоры Ирина Камилйәноваға, 14 февралдә Ҡузбай ауылында Ҡайынлыҡ биләмәһе башлығы Марат Фазлыевҡа тапшырҙы. Унан район ветерандары Петр Тимиряев, Ғәбделҡауи Фазлыйәхмәтов, Муллаян Фәмиев менән бергә “Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы” юбилей миҙалын алыу тантанаһында ҡатнашты. 23 февралдә ауылда яугирҙарҙы иҫкә алып, гөлләмәләр һәм сәскәләр һалыуға килде. Мартта үҙенең дуҫы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Тимиряевты Алтаю ауылына һуңғы юлға оҙатырға барҙы.
Заһит ағай ҡурҡыныс яу юлдарын лайыҡлы үткән. Һуғыш булған ер өҫтөндә уның да батырлыҡ эҙҙәре ҡалған. Беҙ көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл ветераныбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уға алдағы көндәрҙә лә ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө теләйбеҙ.
Роза ҒӘБДЕЛХАҠОВА,
Ҡузбай ауылы.