Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Май 2020, 04:05

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе бөтә халыҡ байрамы — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙҙе бөтә халыҡ байрамы — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Яҙҙың был сыуаҡ көндәрендә бөтә донъя тиңһеҙ ватансылыҡ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, кешелек киләсәген һаҡлап алып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә ала. Беҙ бөйөк азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта ҡан ҡойғос яуҙарҙа һәм ауыр тыл һынауҙарында ҡаҡшамаҫ сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән, сикһеҙ ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп, Бөйөк Еңеү яулаусыларға дан йырлайбыҙ.
Бөйөк Еңеүебеҙ хаҡында яҡты иҫтәлек быуаттан-быуатҡа нығый барһын. Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән батырҙарыбыҙға мәңгелек дан! Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныслыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм бәхет теләйбеҙ.
“Йәнтөйәк”тәр.
Читайте нас