Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
9 Май 2020, 06:00
Благоварҙар яңы модулле китапхана көтә
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы Благовар районында Үҙәк модулле китапхана асыласаҡ. Ғинуар аҙағында үҙгәртеп ҡорола башлаған китапханала күп функциялы залдар, ҡыҙыҡлы урындар буласаҡ, был уҡыусылар һаны артыуға алып киләсәк.
Модулле китапханалар күп мөмкинлектәре һәм үҙенсәлектәре менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡулланыусылар өсөн замана талаптарына яраҡлаштырылған майҙансыҡтар, һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн махсус ҡулайлаштырылған шарттар, һанлы ресурстарға инеү мөмкинлеге, заманса мультимедиялы ҡулланмалар, мәҙәни-мәғариф саралар өсөн махсус урындар, яңыртылған китап фонды, яңыса дизайн һәм яңыса биҙәлеш – быларҙың барыһын да благоварҙар август айында һынап ҡарай аласаҡ.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы
Автор: Айгөл Ғәбитова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Blagovar-ar-ya-i-modulle-kitaphana-k-t-258479/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"