Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Май 2020, 04:12

Йыһаз магазиндары ҡасан эшләй башлай?

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртиптә сираттағы “Сәнәғәт сәғәте”н үткәрҙе. Унда министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары, предприятиелар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Сарала республикала йыһаз етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү алымдары тикшерелде.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, төбәктә мебель тармағына ҡараған 130-ҙан ашыу предприятие эшләй. Уларҙа ике меңдән күберәк хеҙмәткәр иҫәпләнә. 30 марттан етештереүселәр продукция сығарыуҙы туҡтатҡан. Бынан тыш, сауҙа үҙәктәре ваҡытлыса ябылып, йыһаз һатылмағас, эш хаҡы һәм һалым түләүгә аҡса етмәй башлаған.
“Өфөмебель” компаниялар төркөмөн ойоштороусы Виктор Кочубей коронавирус сире таралыуы шарттарында коллективтың битлектәр һәм һаҡлыҡ костюмдары етештереүҙе үҙләштереүе тураһында һөйләне. Әммә төп продукция етештереү, һатыу мөмкинлеге булмау сәбәпле тейешле килем кимәлен тәьмин итеп булмай.
“Велес” йыһаз фабрикаһында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Генераль директор Руслан Сәләхов әйтеүенсә, фабрика эш хаҡын, һалымды һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәрҙе, коммуналь хеҙмәттәр хаҡын ваҡытында түләй. Эш урындары ла ҡыҫҡармаған.
"Былтыр предприятие етештереүҙе киңәйтеү өсөн яңы ҡорамал һатып алғайны. Әле ул кредит түләргә тейеш. Банк менән кредит каникулы тураһында һөйләшеп килештек, тик һатыу баҙары эшләмәгәнгә күрә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар бар", – тине ул.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар йыһаз сәнәғәтенә ярҙам саралары, был тармаҡты коронавирус сиренән зыян күргәндәр иҫәбенә индереү, бөтә хәүефһеҙлек сараларын тәьмин итеп, предприятиеларҙың эшен тергеҙеү буйынса фекер алышты.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәткә аҙыҡ-түлектән тыш бүтән тауарҙар, шул иҫәптән йыһаз һатыу менән шөғөлләнгән магазиндарҙы мөмкин тиклем асыу буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
"Әле беҙ башҡа төбәктәрҙең практикаһын өйрәнәбеҙ. Үҙебеҙҙәге хәлде лә ҡараясаҡбыҙ. Ҡәтғи санитария талаптарын үтәп, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатылған магазиндарҙы ла асыу срогын тикшерергә кәрәк", – тине ул.
“Сәнәғәт сәғәте”ндә “ИНТЕХ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һауаны зарарһыҙландырыу өсөн ультрафиолет нурландырыу ҡулайламалары етештереү проекты ҡаралды. Уның менән компанияның ойоштороусыһы Марат Даянов таныштырҙы. Атап әйткәндә, бактерицидлы рециркуляторҙар тураһында һүҙ бара. Ҡулайламаның мәғариф ойошмалары биналарын эшкәртеү өсөн дә ҡулланылыуы ихтимал. Яңы проектты тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк. Кәңәшмәлә уға Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заем бирергә ҡарар ителде.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Yi-az-magazindari-asan-eshl-y-bashlay-254677/
Читайте нас