Быйылғы шарттарҙа илебеҙҙең иң ҙур һәм изге байрамы Еңеү көнө нисек үтер? Хөкүмәттә үткән оператив штаб ултырышында байрамды үткәреү буйынса кәңәштәр бирелде.
Иң мөһиме һәр сарала хәүефһеҙлек талаптары үтәлергә тейеш. Үҙенсәлектәр тураһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев һөйләне.
- сәскә һәм веноктар һалғанда ике метрлыҡ социаль дистанция һаҡланырға тейеш;
- почетлы ҡарауылға мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы йәлеп итеү тыйыла;
- байрам салюттарын кешеләрһеҙ үткәреүҙе тәьмин итеү;
- акцияла ҡатнашҡан кешеләрҙе шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү;
- сараларға ветерандарҙы килтермәү;
- ветерандарҙы ҡотлаған саҡта социаль дистанцияны үтәргә;
- бүләк йыйылмаһы йәки ҡотлау открыткаларын тапшырған саҡта контакт булдырмау;
- сәскә һалыу тантаналарында дүрт кешенән артыҡ ҡатнашмаҫҡа.
Был талаптарҙың барыһын да хакимиәт башлыҡтары һис шикһеҙ үтәргә тейеш. Иң мөһиме - өлкән йәштәге кешеләрҙе, ветерандарҙы хәүефкә тарытмау. Шулай уҡ башҡа кешеләр ҙә был көндө күпләп урам буйына сығып, инфекция таралыу хәүефен арттырып ҡуймаһын ине. Шуға күрә бар сараларҙы телевизор аша ҡарарға һәм онлайн акцияларҙа интернет аша ҡатнашырға мөмкин.