Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Май 2020, 05:15

Бер “Scania” өс иҫке машинаны алмаштыра

Сүп-сар ташыу өсөн тәғәйенләнгән “Scania” тип аталған биш заманса машина “Эко-Сити” төбәк ҡалдыҡтар менән эш иткән операторҙың автопаркына килтерелгән.ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Төбәк операторының матбуғат хеҙмәткәре Кристина Кузнецова хәбәр итеүенсә, ойошманың автопаркы тик яңы техниканан тора. Был иһә республиканың көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә йәшәгән халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, машиналар Рәсәй шарттарында эшләүгә яраҡлаштырылған. Уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелегенә килгәндә, сүп-сар ташыуға тәғәйенләнгән бер машина өс иҫке техника берәмеген алмаштырыу ҡеүәтенә эйә. Өҫтәүенә, ул экологик йәһәттән дә отошло: атмосфераға сығарылған зыянлы матдәләр күпкә аҙыраҡ, тип белдергән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был заман машинаһының арбаһының һыйҙырышлығы 22 кубометр булһа ла, ул тиҙ боролоу ҡеүәтенә эйә. Ә был иһә уның йорттар тығыҙ урынлашҡан урындарҙа ла эшләү мөмкинлектәрен аса. Тимәк, ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Экология” милли проекты күрһәткестәрен яҡшыртыуға ла булышлыҡ итә.
Фото: “Эко-Сити”.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Ber-Scania--s-i-ke-mashinani-almashtira-253735/
Читайте нас