Афзалетдин хәҙрәт САФИН: "Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй. Уның бөтә бойороуҙары һәм тыйыуҙары беҙҙең тормошто еңеләйтеү өсөн эшләнә, - ти Ҡөрьән. - Аллаһ ҡанундары менән йәшәү бер кемгә лә уңайһыҙлыҡтар ҙа, ҡыйынлыҡтар ҙа килтерә алмай". Мосолман ураҙаһының төп маҡсаты ла бит ай дауамында йәнде һәм тәнде таҙартыу, һауыҡтырыу, холоҡ-тәртипте рәтләү, мосолман өсөн лайыҡһыҙ ҡылыҡтарҙан арыныу, ҡәлбебеҙҙе Аллаһ исемдәрендәге нурҙар менән яҡтыртып, нурландырып тороу һәм ошо сафлыҡтан айырылмай йәшәй белеү. Үкенескә, ҡайһы берәүҙәр ураҙаның асылын тышҡы, тура мәғәнәлә генә аңлап, яңылыш фекер йөрөтә һәм уны көнө буйы ас йөрөгәндән һуң кисен туйғансы ашау мөмкинлеге тип уйлай. Дөрөҫөн әйткәндә, ураҙа бит ул организмды сәләмәтләндереү сараларының береһе һәм иң мөһиме, сөнки ул, алда әйтеүемсә, рухи яҡтан таҙарыныу менән бергә бара. Уның кеше тәбиғәтенә, организмына тәьҫире быуаттар буйы һыналған.
Йыл һайын Рамаҙан айында ғына түгел, ә күңел ихтыяжы талап иткән һәм үҙе кәрәк тип иҫәпләгән саҡтарында ла ураҙа тотоп өйрәнгән кеше, ғәҙәттә, ашау-эсеү мәсьәләһенә бигүк иҫе китеп бармай, ә уның әҙәбен дә, самаһын да белә. Был мәлдә уның өсөн рухи туҡланыу, күңел аҙығы һеңдереү мөһим. Бер яҡтан, ашау-эсеү, даими ризыҡланыу йәшәү һәм энергия сығанағы булып, иммунитетты нығытыуға, гемоглобин кимәлен нормала тотоуға һ.б. булышлыҡ итһә лә, сама белмәүҙең, ашауға артыҡ әүәҫлектең, йәғни ризыҡтың үҙе үк сир сығанағына әүерелеүе лә ихтимал. "Киске Өфө" гәзитенең беҙгә бирелгән һорауына аныҡ яуапҡа килгәндә иһә, шуны әйтер инем: кемдәрҙең һаулығы насар, кемдәр сире менән бәйле көн оҙайында дарыуҙар эсергә мәжбүр һәм ураҙаламын тип үҙ белдегенә дарыу эсеүен туҡтатыу йә башҡа ваҡытҡа күсереүҙән уның сире көсәйеп китһә, ундай ураҙаның файҙаһы булмаясаҡ, сөнки ул яфаланып, үҙеңде мәжбүрләп түгел, ә еңеллек һәм күңел ҡыуанысы кисерелеп башҡарылырға тейешле изге ғәмәл. Ғәфү итерлек сәбәптәр менән ураҙа тота алмаған кеше, әгәр барыбер ҙә ураҙа тотоуҙан мәхрүм ҡалыуына йөрәге әрней йә намыҫы ғазаплана икән, һәр ҡалдырған ураҙа көн өсөн фиҙиә саҙаҡаһы түләй ала. Ураҙа тота алмаған кеше бер фәҡирҙең тамағын туйҙырырға тейеш йә булмаһа, үҙ сығымдарынан самалап, көндәлек ризыҡланыу суммаһын һәр бер ҡалдырылған ураҙа көнөнән иҫәпләп, саҙаҡа түләй. Бынан тыш, Ҡөрьән, доғалар уҡыу, намаҙға баҫыу ҙа Аллаһ рәхмәтенә лайыҡ ғәмәлдер, улар ҙа, һис шикһеҙ, күңелегеҙгә тыныслыҡ килтерер, иншаллаһ.
Юнир ВӘЛИЕВ, гастроэнтеролог, хеҙмәт ветераны: Изге Рамаҙан айының тәрбиәүи көсөн баһаламау мөмкин түгел. Дин белгестәре һүҙҙәре менән әйткәндә, Рамаҙан - тыйылыу айы, ә тыйыла белеү - ул тәрбиә нигеҙе. Был шулай уҡ медицина йәһәтенән дә хуплана. Ураҙа ваытында кеше көн дауамында ашау-эсеүҙән генә түгел, ә насар ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, ялғандан, ғәйбәттән, шулай уҡ иҫерткес эсемлектәр эсеү, тәмәке тартыу кеүек зарарлы шөғөлдәрҙән дә баш тартырға тейеш. Кешенең рухи үҫешенә, әхлаҡ йәһәтенән таҙарыныуына булышлыҡ итеүсе ураҙаны шулай ҙа барлыҡ теләге булған кешеләрҙең дә тота алмауы ғәжәп тә түгел, сөнки бөгөнгө көндә арабыҙҙа һау-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда сирлеләр һаны күберәк. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы үҙенең тикшеренеүҙәре буйынса Рәсәйҙә сәләмәт халыҡ өлөшө ни бары 5 процент тәшкил итә, тип белдерҙе. Ә Росстат мәғлүмәттәре буйынса сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар ни бары 12 процент. Сәләмәт йәшәү тигәндән, уның юлдары, ысулдары күп төрлө: физик әүҙемлек, хәрәкәт, самалап һәм файҙалы туҡланыу, күңел тыныслығы, яҡшы йоҡо һ.б. Ҡайһы берәүҙәр ошо исемлеккә асығып дауаланыу ысулын да индерә һәм ураҙаны шул ниәттә файҙаланырға тип маҡсат ҡуя. Элегерәк миңә бер пациентым ашҡаҙан яман шеше менән сирләгән бер кешенең асығыу юлы менән һауығыуы хаҡында һөйләгәйне. Ләкин был фактты ураҙала көндөҙ ашауҙан тыйылып тороу менән бутарға ярамай. Һәм, ғөмүмән, мин табип булараҡ, асығыу ысулын хупламайым. Ә ураҙала бит ҡояш ҡалҡырҙан алда сәхәр ашау, ҡояш байығас ауыҙ асыу тәртибе бар, тимәк, быны тулыһынса асығыу тип әйтеп тә булмай. Әгәр кемдер һаулыҡ торошо менән бик маҡтана алмай, йәки аҙ ҡанлылыҡ, хәлһеҙлек, ҡан баҫымы, йөрәк, ашҡаҙан сирҙәре, шәкәр диабеты менән сирләй икән һәм көндөҙ дарыу эсергә тейеш булғанда, ураҙа тотоу, ғөмүмән, ярамай: сирҙең аҙып китеүе бар. Унан һуң бит шәриғәт талаптары ҡәтғи булһа ла, кешелекле: Аллаһ Тәғәлә үҙ ҡолона был йәһәттән ирек, ихтыяр ҡуя, йәғни ауырыуҙарға ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Бик булмаһа, ҡалдырылған ураҙаны кеше һауыҡҡандан һуң үҙе теләгән ваҡытта тота ала. Ҡасан тотһаң да ураҙаның әжере бер: Аллаһ сауабы. Әҙәм балаһының бөтә ғәмәлдәре лә үҙе өсөн булһа, тотҡан ураҙалары Аллаһ өсөн, тигән һүҙҙәр бар. Шулай булғас, үҙем өсөн, һауығыу өсөн тотам, тип маҡсат ҡуйыу дөрөҫ түгел. Әгәр кемдер сирле көйөнсә лә ураҙа тоторға хәлем бар, тип уйлай икән, үҙенең дауалаусы табибы менән кәңәшләшергә тейеш.
Рәмзиә ИШДӘҮЛӘТОВА, хеҙмәт ветераны: Өлкән йәштәмен инде, пенсияла ултырам. Оятыма күрә, йәшем барһа ла, ураҙа тотоуҙан мәхрүммен. Шуға ла, Рамаҙан айы башланыуы ҡыуаныс булһа ла, минең өсөн ул бер аҙ көйөнөслө лә. Ҡыуанысы шунда: был изге айҙа кешеләр бер-береһенә мәрхәмәтлерәк, иғтибарлыраҡ була башлай һымаҡ. Күптән өндәшмәгән телефоным да телгә килә: хәл белешеп, туғандар, дуҫтар, таныштар шылтырата. Күңел асылып, эсте бушатып алаһың, тик әлеге лә баяғы: "Ураҙалаһыңмы?" - тип һорауҙары ғына йөрәгемде өтөп ала, әрнетә. Юҡ, тиһәң, хәлемде аңлап бөтөрмәгән ҡайһы берәүҙәр шелтәләргә, өгөт-нәсихәт уҡырға керешә. "Бер нәмәгә ҡарамай тота башла, сирҙең онотолоуын һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Оло кешегә ураҙа тотмау төҫ түгел", - тип оялтҡайны былтыр бер танышым. Дауалаусы табип ураҙа тотоу ниәтемде ҡәтғи тыйҙы. Көндөҙ схема буйынса эсә торған дарыуҙар бар. Был турала мәсеткә барып, хәҙрәт менән һөйләшеүҙән күңелем бер аҙ тынысланһа ла, выждан ғазабы кисерәм. Бер яҡтан, шулай тип уйлайым: быйыл беҙ, мосолман халҡы, бер ниндәй икеләнеүҙәргә, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Күреп торабыҙ бит: әҙәм баштарына ниндәй һынауҙар ебәрелә. Үлемесле сир афәте көндөҙ ашамай түҙеп йөрөү ише генә түгел. Бик түҙергә, әмәлен табырға тура килер: күмәкләшеп ураҙала булайыҡ, Аллаһ Тәғәләгә ялбарайыҡ, бергәләшеп һорайыҡ: туҡтатһын был яман сирҙе, ебәрмәһен беҙгә бәлә-ҡаза. Ураҙа көндәренең ошо коронавирус таралған осорға тап килеүе осраҡлы хәл түгелдер ҙә әле, бәлки. Православныйҙарҙың да бит ошо көндәрҙә изге байрамы - Пасха булды. Күрәһең, бөтә планета халҡына тәүбәгә ҡайтыу, ғибәҙәттә булыу кәрәклегенә ишаралыр, тим был сирҙе. Ураҙала булайыҡ, һылтаныуҙар эҙләмәйек, иренмәйек, ныҡ булайыҡ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
https://vk.com/@kiskeufa-uraala-kn-buiy-ashau-esen-tyiylyp-as-ire-pandemiya-osoronda