Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Май 2020, 06:45

Дәүләкәндә 130 урынға яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

#нацпроекты #миллипроекттар

Дәүләкәндә 130 урынға яңы балалар баҡсаһы төҙөлә башланы. Барлыҡ заман талаптарына яуап биргән мәктәпкәсә учреждение ҡаланың Көнбайыш урамында асыласаҡ. Заказчигы – Капиталь төҙөлөш идаралығы. Объект «Демография» милли проекты сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә.
Яңы балалар баҡсаһының эшләй башлауы 2021 йыл аҙағына – 2022 йыл башына күҙаллана. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, төҙөлөш этабы башланыуға тиклем бер нисә йыл дауам иткән ҙур тәжрибә тупланған. Проект-смета документация әҙерләнгән, артабан дәүләт экспертизаһы үткән, һәм иң мөһиме – республика адреслы инвестиция программаһына индерелеүе. Подрядсы ойошма - «Главспецстрой» ЯСЙ.
#нацпроекты
#миллипроекттар
фото:Дәүләкән районы хакимиәте
https://haib-vestnik-b.rbsmi.ru/news/D-l-k-nd-130-urin-a-ya-i-balalar-ba-sa-i-t--l-249460/

Читайте нас