Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
3 Май 2020, 11:20
Коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһе алынған. Ул – ыңғай...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуровтың дауаханаға эләгеүе тураһында хәбәр итте.
“Кисә беҙҙең дуҫыбыҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров пневмония менән дауаханаға эләкте. Бөгөн “Ковид-19”ға анализ һөҙөмтәһе алынды. Ул – ыңғай. Кисә төндә үк штабта хәүефһеҙлек саралары күрелде, дезинфекция үткәрелде, аралашҡан кешеләр изоляцияланды.
Белеүегеҙсә, Рөстәм “Берҙәм Рәсәй” штабында эпидемияның тәүге көндәренән хәүеф янаған төркөмдәргә – аҙ тәьмин ителгәндәргә, күп балалыларға, яңғыҙаҡтарға, оло йәштәгеләргә ярҙам (тәү сиратта матди ярҙам) итеү буйынса ирекмәндәр эшмәкәрлеген ойошторҙо. Ул әйберҙәр йыйыуҙы яйға һалды, тиҫтәләрсә мең кешеләргә ярҙам итте, мин уны күп аҙналар дауамында битлекһеҙ күргәнем булманы, әммә ниндәйҙер осраҡта һаҡланып ҡала алмағандыр. Штаб бөгөн эшмәкәрлеген элекке режимда дауам итә, офиста яңы ирекмәндәр барлыҡҡа килде. Рөстәмгә тиҙ арала һауығыуын теләйек! Уның һаулығы – уртаса торошта. Әлбиттә, яҡшы хәл түгел, әммә, Аллаға шөкөр, ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.
Хәҙер минең графикҡа ҡағылышлы. Элеккесә эшләүҙе дауам итәм, әммә аралашыу кимәлен бик ныҡ кәметәм. Бөтә кәңәшмәләр видеорежимда үткәрелә. Даими рәүештә анализдар тапшырам. Тағы ла бер тапҡыр барығыҙҙы ла үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын һаҡларға саҡырам. Эпидемияның юғары нөктәһе әле алда. Әйҙәгеҙ, яуаплыраҡ булайыҡ һәм был осорҙо минималь юғалтыуҙар менән үтәйек", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: “Бәйләнештә”.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Koronavirus-a-analiz---mt-e-alin-an-Ul--i-ay-249733/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"